05.02.2016 Театрҙа – яңы премьера
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын сәхнәләштерә башланылар. Автобиографик әҫәрҙең төп геройы – Ильяс исемле етем малай. Ата-әсәһе вафат булғас, ул балалар йортона, ауыр холоҡло тиҫтерҙәре араһына барып эләгә.
Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған тамашаның премьераһы март айына билдәләнгән. Әҫәр ҡатмарлы хәлдәргә, ата-әсә наҙы булмауына ҡарамаҫтан, ғәҙел, намыҫлы, үҙ бәҫен белгән һәм ҡуйған маҡсатына ирешә алған кеше булып үҫергә мөмкин икәнлеген күрһәтә.
Айгиз Баймөхәмәтов – «Башҡортостан» гәзите журналисы, яҙыусы, Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. «Ҡалдырма, әсәй!» китабы «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәренең береһе булды. 2015 йылда ошо повесы өсөн авторға Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Тиҙҙән бөтә республикала китаптың исем туйы үтәсәк.
З. ХӘСӘНОВА.