01.02.2016 Бүләктәр килеп етте, бик шатландыҡ, ҙур рәхмәт һеҙгә!
Төркөмөбөҙ үткәргән ярышта еңеүсе Рәфилә Мәсәғүтова бына нимәләр яҙҙы:
"Бүләктәр килеп етте, бөтәбеҙгә лә яраны, бик шатландыҡ, ҙур рәхмәт һеҙгә! "Йәшлек" гәзите беҙҙең өсөн ят түгел, ғаиләбеҙ уны сыға башлағандан йыл һайын алдыра.
Беҙ тыуғас, гәзит "Башҡорттарым артыу кәрәк, артыу кәрәк" конкурсы үткәргән. Беҙҙең ғаилә тураһында һеҙҙең хәбәрсе бер бит мәҡәлә сығарған. Аҙаҡтан беҙгә аҡсалата премияны һәм бүләктәрҙе Әлфиә апай Хәмитова килтереп киткән. Әсәйем әле иҫенә төшөрөп ултыра, Әлфиә апайға күп итеп сәләм еткерә.
P.S. Беҙ футболкаларҙы Рәфиләнең ҡалған игеҙәк туғандарына ла бүләк иттек.