28.01.2016 Ҡыр ҡоштары ауылға күпләп килде
Быйыл ҡыр ҡоштары ауылға (Иҫәнғолға) күпләп килде. Был суҡтурғайҙы (русса - свиристель) өйөм тәҙрәһе аша төшөрөп алдым.
Тағы ла: инде өс-дүрт йыл ашатҡан йорт турғайҙарыбыҙ бар ине, шуларҙың еменә ҡыр турғайҙары килеп тулды. Йорт турғайҙарына ҡарағанда, әрһеҙерәктәр, батырҙар һәм өйөрө (көтөүе) менән киләләр. Ике һайыҫҡан, шулай уҡ ҡарабаш турғайҙарыбыҙ ҙа бар.
Рәшиҙә Мәхейәнова.