26.01.2016 Баймаҡта яуған ҡарҙың ҡалынлығы 1 метр
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғәләмәт ныҡ итеп ҡар яуа. Атап әйткәндә, бөгөн төндә Баймаҡ ҡалаһында яуған ҡарҙың ҡалынлығы 1 метрға етә яҙған. Әле тыныс, ләкин йонсоу.
Ә Сибайҙа иһә һаман да ҡар яуа. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгәнлеге мәғлүм булды. Коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы таҙартып өлгөрмәй, ойошма-предприятиелар үҙҙәренең нығытылған биләмәләрен таҙартыу буйынса йөкләмә алған. Төндә тағы ла ҡар яуыуы күҙаллана.
Магнитогорск ҡалаһында ла ҡар ишшеү ҙә күберәк яуған. Йәмәғәт транспорты эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килгән, трамвайҙар йөрөмәй, маршрут автобустары ғына кеше ташый. Таксиға яҡын барырлыҡ түгел тиҙәр, икеләтә хаҡ һорайҙар. Кешеләр Уң яҡ ярҙан, комбинаттан өйҙәренә йәйәү ҡайтырға мәжбүр.