20.01.2016 Зөһрә Ишмырҙинаның ҡурсаҡтары
Кисә беҙ Баймаҡта йәшәгән Зөһрә Ишмырҙинаның ижады - бәйләнгән ҡурсаҡтары тураһында яҙғайныҡ. Был апай менән аралашҡас шуныһы мәғлүм булды:
- Зөһрә апай бәйләм менән 14 йәшенән алып - бына 48 йыл дауамында шөғөлләнә,
- хаҡлы ялға сыҡҡас компьютер менән дуҫлашҡан, "Интернет донъяһы минең тормошомоң икенсе һулышын асты" тине ул,
- виртуаль донъяла бар нәмәне ҡарап, үҙенә оҡшаған шөғөлдө - йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләүҙе өйрәнгән,
- "Уйынсыҡтарымды бик яратам", - тине Зөһрә апай.
- "Йәшлек" гәзитен алдырабыҙ һәм уҡыйбыҙ" тип ул беҙгә уңыштар теләп ҡалды.
Әйткәндәй яңыраҡ район үҙәк китапханаһында мәғариф ветераны Гөлкәй Яҡупованың 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләнеләр. Ҡыҙы - Зөһрә апай әсәһенә тас үҙе итеп эшләнгән ҡурсаҡ бүләк иткән. Бына мөғжизә бит!
Һүрәттә: Гөлкәй Рәхим ҡыҙы һәм уға оҡшатып бәйләнгән ҡурсаҡ.