28.12.2015 Билал мәктәбендә
Билал мәктәбе. Урамда боҙ һындарҙың күплегееее, иҫ китмәле. Бында иһә һындарҙы һәр класс уҡыусылары, класс етәкселәр, балалар баҡсалары мөдирҙәре, хеҙмәткәрҙәре, мәктәпкәсә төркөм етәксеһе һәм уның ярҙамсыһы һәм ата - әсәләр менән берлектә эшләгәнгә лә шулай күптер инде. Ныҡ тырышты быйыл Билал мәктәбе уҡыусылары. Көн һайын йә көрәк, йә биҙерә тотоп мәктәпкә ашығыусы уҡыусылар, ата -әсәләр, уҡытыусылар осрай ине юлыма. Күмәкләгән яу ҡайтарған ти, ысынлап та шулай бит. Уҡытыусы Дилара Әхмәтова, уҡыусылар менән бергә инсценировка ҡуйҙы. Ҡыш бабай (укытыусы Арсен Әминев), Ҡарһылыу (уҡытыусы Люциә Дауытова) Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Мәктәптә боҙ ҡаласыҡтарын эшләүселәрҙе айырым исемләп яҙманым, сөнки, кемдеңдер исемен төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡтым. Ысынлап та береһе лә ситтә ҡалманы. Ошо яҙмамдан уҡып, фотоларҙы ҡарап һәр кем үҙенең эшен таныр тигән фекерҙәмен. Рәхмәт һеҙҙең барығыҙға ла. Йыл да ошолай әүҙем, берҙәм булығыҙ!