28.12.2015 Өмөтбай ауылы яңылыҡтары
Республикала ауыл биләмәләрендә Яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү һәм баһалау мәле килеп етте. Һәр йылдағыса Баймаҡ районының Билал ауылы биләмәһе барыһынан да өлгөр булып сыҡты
Райхана Булатова
Райхана Булатова
Өмөтбай ауыл клубына килгәндә тамам ҡараңғы төштө. Был ҡараңғыла нимә күрербеҙ инде тиһәк, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре беҙҙе әйҙүкләп клуб эсенә саҡырҙы. Клуб тышында эшләнгән боҙ һындарына ҡарап һоҡланып, эскә инәбеҙ. Ингәс тә беҙҙе ҡупшы шыршы ҡаршылай. Матур музыка. Әйлән - бәйлән уйнаусы маскалар, балалар. Ҡыш бабай (Зөфәр Сәғәҙәтов), Ҡарһылыу (Илмира Сәғәҙәтова), алып барыусы Әлфиә Сәғәҙәтова, ярҙамсылар Гөлсирә Ғүмәрова, Иштуған Биҡҡоловтар ҙа тырышлыҡ һалған, үҙҙәренсә матур итеп әҙерләнгән булып сыҡты. Шулай итеп абруйлы жюри ағзалары бер көн эсендә 15 урында булып, төрлө боҙ ҡаласыҡтар ҡарарға өлгөрҙө. Тағы ла бер тапҡыр халыҡтың әүҙемлегенә аптырап, ҡыуанып ҡайттыҡ. Әле урындар билдәләнмәне, номинациялар булдырылманы. Ул эште иртәгә комиссия ағзалары йыйылып билдәләйәсәкбеҙ. Ә бүләктәр һәр ауылда 30 декабрь үтәсәк бал-маскарадтарҙа бирәсәкбеҙ. Әйткәндәй, хөрмәтле Һәмән ауылы халҡы өсөн байрам бөгөн сәғәт 7-лә үтәсәк.