25.12.2015 Өфөлә - Ҡыш бабайҙар ирей...
Йылы һауа торошо һөҙөмтәһендә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ямғыр яуа, ҡар ирей. Өфөлә әле юлдарҙа йырғанаҡтар аға.
Ә бына Киров ҡалаһының үҙәк майҙанында рус халыҡ әкиәте стилендә төҙөлгән Яңы йыл ҡаласығы тулыһынса ирегән. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың костюмдары ағып төшкән, ә Ҡуян менән Төлкөнөң ағас һөлдәләре генә тороп ҡалған.