10.12.2015 Торатауҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостан барыһын да эшләй
Торатау – халҡыбыҙ өсөн үтә ҡәҙерле. Тәбиғәт шихандарҙы кешелек
донъяһына оло бүләк итеп биргән. Киләсәк быуындарға беҙҙең
тарафтан ҡалдырылырға тейешле баһалап бөткөһөҙ хазинабыҙ –
Торатау менән һатыулашыуҙы туҡтатырға ваҡыттыр. Республика
башлығы Рөстәм Хәмитов та Торатауға бәйле позицияһын аныҡ
белдерҙе. Ул республика халҡының күпселеге фекеренә нигеҙләнгән.
2015 йылдың май, июнь, сентябрь һәм октябрь айҙарында үткәрелгән
социологик тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашҡан алты меңдән ашыу
респонденттың да 70 проценттан артығы шихандарҙы эшкәртеүгә “юҡ”
тип яуап бирҙе.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Торатауҙы һаҡлау
буйынса позицияһы федераль кимәлдә лә яҡлау тапты. 1 декабрҙә
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы
буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Түбәнге Новгородта
Волга буйы төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм
баш мөхәррирҙәре менән осрашыуында “милли ҡомартҡы һаналған
Торатауға теймәү һәм икенсе сеймал базаһын табыу өсөн мөмкин
булғандың барыһы ла эшләнә”, тип белдерҙе.
Ҡалғаны - ҡушымтала
[attachment=9]