03.12.2010 Байҙарыбыҙ ҙа күп түгел…
Башҡортостанда дүрт миллиардер бар. Шулай әҙҙәрме ни? Ошо тиклем генә «серегән» байыбыҙ үҙ мөлкәтен йәшермәй, үҙ хәленән оялмай, рәсми мәғлүмәттәр биргән. Әлеге миллиардерҙар килеме, әлбиттә, һумдар менән иҫәпләнә. Улар барыһы ла ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эшләп байыған. Исемдәрен әйтеүен-әйтмәйҙәр, шулай ҙа араларында, исмаһам, бер башҡорт булһа, бик ҡыуаныр инек. Миллионерҙар беҙҙә күберәк – ун меңгә етәләр. Йыл ярым элек кенә уларҙың һаны ете мең, тиҙәр ине. Үәт, үрсегәндәр!