01.12.2010 КАРТУФ 100 һУМ ТОРАСАҠ
Быйыл Рәсәй үҙенең халҡын туйҙырырлыҡ картуф етештерә алманы. Әлбиттә, был проблема ҡоролоҡ менән бәйле. Шуныһы ла бар - ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, беҙҙәге картуф сорттары иҫкерә һәм уларҙы тиҙ арала яңыртыу, үҙгәртеү кәрәк.
Ауыл хужалығы менән етди шөғөлләнеүселәр әйтеүенсә, СССР заманынан ҡалған сорттар, шул ваҡыттағы картуф үҫтереү системаһы көнүҙәклеген юғалтҡан. Шуныһы ла бар - колхоз һәм совхоздар кеүек эре ойошмаларҙа «икенсе икмәк» үҫтереү эше туҡталып ҡалды. Дөрөҫөрәге, колхоздар үҙҙәре юҡҡа сыҡты.
Был урында Рәсәйҙә фермерлыҡ менән етди шөғөлләнеү талап ителеүе көн кеүек асыҡ. Әлбиттә, Израиль, Голландия кеүек илдәрҙә картуф күбеһенсә шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелә һәм һатыла. Әммә беҙҙең илдең шәхси хужалыҡтары ғына Рәсәйҙе туйҙырырлыҡ картуф етештерә алмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәсәй эшҡыуарҙары араһында ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә атлығып торғандар бик аҙ.
Эксперттар шуны ла белдерә - Голландиянан килтерелгән картуф сорттары Рәсәй тәбиғәт шарттарына бөтөнләй тап килмәй. Юҡһа, һуңғы ваҡытта Европала сығарылған сорттарҙан да шәберәге юҡ тип иҫбат итергә тырышалар ине. Үҙебеҙҙә сығарылған сорттарҙан да һәйбәтерәге юҡ. Әлбиттә, Голландия сорттары юғары уңыш бирә, ләкин улар сирҙәрҙә һәм ҡоролоҡҡа сыҙамай.
Иң ҡыҙығы һәм ҡыҙғанысы шул - ҡыш урталарында картуфтың хаҡы 100 һумға тиклем барып етәсәк тип күҙаллана. Әлегә йыл буйынса етерлек запас бар һымаҡ тойолһа ла, хужалар күпселек картуфтың сирле булыуын, серей башлауын хәбәр итә.
Лилиә СИРАЕВА.