03.07.2015 "Кәтүк" мәрхүм булған...
2 июлдә башҡорт юморисы Әхәт Уразмәтов оҙаҡ ауырығандан һуң 84-се йәшендә вафат булды. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада оҫтаһы, халыҡ уны билдәле Кәтүк менән Бағанай дуэтында ҡатнашыусы булараҡ белә ине.
Әхәт Сәлих улы Уразмәтов 1931 йылдың 9 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуған. 1951 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын башлай. 1952 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәфүр Латипов менән Кәтүк менән Бағанай дуэтын ойоштора. Унда лирик һәм публицистик монологтар, Ҡадир Даяндың, Мостай Кәримдең, Шәриф Биҡҡолдоң юморескалары менән сығыш яһай. Дуэт составында Әхәт Уразмәтов бөтә Советтар Союзында гастролдәрҙә йөрөй. Ижади тормошонда артист сәхнәлә бик күп сағыу образдар тыуҙыра.
Әхәт Уразмәтов туплаған тәжрибәһен йәш эстрада артистарына тапшыра. Шул рәүешле башҡорт эстрадаһында емешле эшләгән Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк көлкө театры ойошторола. Йәшенә ҡарамаҫтан, артист концерттарҙа, юмор фестивалдәрендә, юбилей кисәләрендә сығыш яһауын дауам итә. Күренекле артист, сағыу шәхес, яҡшы кеше Әхәт Уразмәтов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.