30.06.2015 Һорау алыуҙа ҡатнашығыҙ!
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм БР Фәндәр академияһы 2030 йылға тиклемге Башҡортостандың социаль-иҡтисади стратегияһын төҙөй һәм социологик тикшереү үткәрә. Унда республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан 6 мең кеше ҡатнашасаҡ.
Стратегияла йәшәү кимәлен яҡшыртыу буйынса дәүләт сәйәсәте йүнәлештәре, кеше потенциалын үҫтереү кеүек һорауҙар ҡуйыласаҡ.
Был документ өҫтөндә эшләгәндә халыҡтың фекере алынасаҡ. Бының өсөн махсус интервьюерҙар - БР Фәндәр академияһының Социаль-иҡтисади һәм хоҡуҡ эҙләнеүҙәре институты вәкилдәре йәлеп ителәсәк. Уларҙың махсус таныҡлығы бар, анкетала иһә эш, һаулыҡ, матди хәл, сәйәсәт, социаль сфераны үҫтереү һәм башҡа һорауҙар буласаҡ.
Һорау алыу 8 июндә башланды һәм 15 августа тамамланасаҡ. Анкетаны шулай уҡ Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтынан, "Актуально" бүлегенән алып та тултырырға мөмкин.