12.06.2015 Башҡорт ырыуҙары етәү генә түгел
Йылдан ашыу билдәле тележурналист, Башҡортостан телевидениеһында «Тарихи мөхит» тапшырыуын алып барыусы, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин бер төркөм тарихсы менән башҡорт ырыуҙары тарихы тураһында монографиялар сығарыуын дауам итә.
Әлеге көндә уның Танып, Ҡаңлы, Балыҡсы, Йәнәй, Гирәй, Уран, Ҡобау ырыуҙары тарихы яҙылған туғыҙ китабы донъя күрҙе. Автор әйтеүенсә, башҡорт ырыуҙары тураһында фәнни монографиялар серияһын сығарыу теләге күптән булған. Проекттың маҡсаты – башҡорттарҙың ете генә түгел, ә 40-лап ырыуы булыуын иҫбат итеү. Һәр ырыу фәнни яҡтан айырым өйрәнелергә тейеш. Башҡорт милләте ырыу-ҡәбилә структураһы һаҡланыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Проект етәксеһе әйтеүенсә, ул тарихсы ғалим, Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеүсе Әнүәр Әсфәндиәровтың эшен методологик нигеҙҙә дауам итергә уйлаған. Тарихсылар генетиктар менән дә тығыҙ рәүештә эшләгән. Улар, һәр ырыуҙы генетикаһына ҡарап айырырға була, тигән фекерҙе үткәрә. Туғыҙ томдан торған монографиялар серияһына ырыуҙарҙың, уларҙың вәкилдәре йәшәгән ауылдарҙың тарихы, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, ауыҙ-тел ижады индерелгән.
Ырыуҙар тарихына арналған китап халҡының үткәненә битараф булмағандарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Шәжәрәңде белмәйенсә тороп, ассимиляция проблемаһын хәл итеп булмаясаҡ. Бәләкәй халыҡтарға юғалыу хәүефе янағанда, глобализация шарттарында башҡорттарға тарихи асылын таныу мөһим.
З. ХӘСӘНОВА.