20.03.2015 Полиолимпиадаға рәхим итегеҙ
Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты 27 – 30 мартта 6-сы, 7-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле, математика, рус теле фәндәре буйынса полиолимпиада үткәрә.
Полиолимпиадала ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се кластан алып бөтә уҡыу йылдарына өлгәшеү табеленең күсермәһен, тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермәһе), бер шаҡмаҡлы, ике буй дәфтәр, ручка алып килеү мотлаҡ.
Олимпиадаға килгән уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡта йәшәү, гимназия ашханаһында туҡланыу, театрға һәм музейға йөрөү ойошторола. Бер балаға тәүлегенә 700 һум аҡса түләргә кәрәк.
Ҡабул итеү – 27 март көнө. 28 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙа дәрестәр башлана.
Олимпиадала иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар киләһе уҡыу йылына гимназия-интернаттың 7-се, 8-се класына уҡырға саҡырыласаҡ.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Рәсәй урамы, 88.
Беҙҙең электрон адрес: brgi1@mail.ru
Иҫкәрмә: Өфө ҡалаһынан уҡыусылар ҡабул ителмәй.