04.02.2015 Атҡа атланған эт
Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылында кавалерист эт йәшәй. Ысын-ысын, атҡа ултырған эт тураһындағы видеояҙма “Ютубта” бар һәм уны бик күп кеше ҡараған. Уның хужаһы Айҙар Кәлимуллин һыбай йөрөргә ярата. Оскар исемле айғырҙы ағаһы бүләк иткән.
Айҙар үҙе әйтеүенсә, урманға һыбай барып, йәнлектәрҙе фотоға төшөрә. Граф ҡушаматлы эт эйәреп килеп өлгөрмәгәс, хужаһы уны атҡа ултыртырға булған.
Егет этен һыбайлы булырға оҙаҡ йөрәткән. Граф хатта бер нисә тапҡыр ҡолап та төшкән. Шулай ҙа тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан – эт хужаһы менән ат өҫтөндә ултырып йөрөй.