16.01.2015 Берәҙәк тотош йортто интернеттан мәхрүм иткән
Өфөлә бынан бер нисә көн элек бер йорттоң ҡапыл ғына интернетһыҙ ҡалыуы хаҡында һөйләнеләр. Бахыр халыҡ бик йонсоно инде. Айырыуса виртуаль донъянан сыға алмаған йәштәр, үҫмерҙәр. Уларҙың барыһын да ябай бер асарбаҡ һемәйткән.
Эш былай булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре рейд ваҡытында бер ихатала ултырған машинаның тәҙрәһе селпәрәмә килеп ватылыуын ишеткән дә, ҡасып барған ирҙе күреп ҡалған. Тотолған теге. Ҡулында “иномарка”нан йолҡоп алынған видеотеркәгес (видеорегистратор) икән. Тикшерә башлағас, ирҙең ҙур йорт подъезынан Wi-Fi-роутерҙы урлауы ла асыҡланған. Интернет ҡорамалын асарбаҡ тәү осраған кешегә һатып ебәргән, аҡсаһына иҫерткес эсемлек алып эскән.
Полиция ошо турала иҫкәртә: оҙайлы ваҡытҡа ҡуйылған автомобилдәрҙә сумка, документтар, видеотеркәгестәр, навигаторҙар, башҡа ҡиммәтле әйберҙәр ҡалдырмағыҙ!
Эйе, машинағыҙҙы ла ышаныслы урынға ҡуйһағыҙ, тағы яҡшы. “Дүрт тәгәрмәсле дуҫ”ығыҙҙың булмауы ла проблемаларығыҙҙы кәметәсәк. Ай-һай, ғәләмәт, юлда – хәүефле, магазинда – ҡиммәтселек, урам-ихаталарҙа – бурлыҡ, фатирҙарҙа – енәйәт. Ҡайҙа ҡасырға һуң?
Айсын АҠБУЛАТОВА.