14.01.2015
Композиторҙарҙың иҫтәлегенә
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Ленин районындағы Киров урамында урынлашҡан 8-се йортҡа ике таҡтаташ ҡуйылды. Бында 1960-1970 йылдарҙа халҡыбыҙҙың ике арҙаҡлы улы – композиторҙар Таһир Кәримов һәм Камил Рәхимов йәшәгән булған.