«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бер тәүлеккә – 165 мең һум



19.09.2014 Бер тәүлеккә – 165 мең һум

Әстерхан өлкәһендә бер утраусыҡта “Житное” исемле турбаза бар икән. Бәлки, атамаһынан нимәлер иҫегеҙгә төшкәндер. Эйе, эйе, элекке оборона министры Анатолий Сердюков “эше”ндә телгә алынғайны был урын.

Бер  тәүлеккә – 165  мең һумТуристик база – әрмегә алынған һалдаттар ҡатнашлығында бюджет аҡсаһын законһыҙ ҡулланып төҙөлгән ял йорто. Енәйәт эшендә “Сердюков дачаһы” булараҡ ҡаралған. Уны төҙөүгә ҡаҙнанан 56 миллион һум аҡса урлан­ған. Оборона министрлығынан “Житное”ның ведомство ҡарамағына ҡайтарылыуын белдерһәләр ҙә, бер­ҙәм дәүләт теркәүе (ЕГРЮЛ) буйынса ул һаман да Сердюков әфәнденең кейәүе Валерий Пузиковтың милке һанала икән. Әле шунда туристарҙы саҡыралар. Хәҙер “Житное” шәп бер ҡунаҡханаға әүерелгән. Волга ярының иң матур урынында 40 гектар ерҙе биләп ултыра. Һәр йорт бер-береһенән ныҡ айырылып тора, ти. Ике йоҡо бүлмәле “Люкс” тигәне тәүлегенә 63,5 мең һум тора. Унан әҙерәк ҙурырағы – “Делюкс” – 78,5 мең һум. Дүрт йоҡо бүлмәле “Фэмели” иһә бер тәүлектә ял итеүсенән 165 мең һумды һыпырып алып ҡаласаҡ. Уларҙан да ҙур йорттар бар. Хаҡтарын яҙып тормайым. Барыбер һеҙ ял итергә тип шул сама аҡса түгә алмаясаҡһығыҙ. Министр тиклем министр үҙ күҙәтеүе аҫтында төҙөткәс, ул арзан тормаҫ инде. Шул мутлығы өсөн өс айға төрмәгә бикләнер, йә арыу ғына штраф түләр ине, ярай әле, Рәсәй Конституцияһының юбилейы тигән булып, амнистияға эләкте.

“Известия” гәзите сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға