12.09.2014 Буҫтыбайҙың ейәндәре
Минең әсәйем Гөлбикә Саҙретдин ҡыҙы Сәлихова 1934 йылда Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында тыуған. Уның ҡыҙ фамилияһы – Теүәлбаева. Был фамилия әсәйемдең тыуған ауылына исем биреүсе Буҫтыбайҙың Теүәлбай тигән улының исеменә барып тоташа. 1816 йылғы VII халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда Аланбай (54 йәш) һәм Теүәлбай (45 йәш) Буҫтыбаевтар йәшәгән. Аланбайҙың Ҡаҙнаш (46 йәш) исемле ҡатыны менән Нуралибай (20 йәш) һәм Кәлимулла (18 йәш) тигән ике улы булған. Йорт йөҙбашы (юртовой сотник) Теүәлбай, ҡатыны Нурсолтан (34 йәш) менән Мөхәмәтҡолой (9 йәш), Мөхәмәтғәле (3 йәш) исемле улдар тәрбиәләгән. Уларҙың шулай уҡ Хәлит Ғабдуллин (54 йәш) исемле ике туған ҡәрҙәштәре булған. Уның ҡатыны – Ҡоласәс (51 йәш). Байтирәк исемле улдары (26 йәш) Гөлбәғиҙә (23 йәш) исемле ҡыҙға өйләнгән.
Ул ваҡытта ауыл 10-сы башҡорт кантонының 19-сы йортона ҡарай. Ауылда 134 ир-егет һәм 80 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Юғарыла телгә алынған халыҡ иҫәбе материалдарына нигеҙләнеп, XVIII быуаттың тәүге яртыһында (яҡынса 1740 йылда) тыуған, тип әйтергә мөмкин.
Саҙретдин ҡартатайымдың фамилияһы Теүәлбаев булһа ла, уның нәҫеле Аланбай Буҫтыбаевтың улы Кәлимулланан килә. Был турала 1850 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һәм метрика теркәү материалдары дәлилләй. XIX быуат уртаһындағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Кәлимулла 1844 йылда 59 йәшендә вафат була. Уның ҡатыны Мәлихә (46 йәш) һәм Нәбиулла (18 йәш), Әсәҙулла (17 йәш), Зәйнулла (14 йәш) исемле улдары ҡала. Әсәҙулла Кәлимуллин Ғәбиҙә Ихсановаға (18 йәш) өйләнгән була. 1844 йылда вафат булған Нурали Аланбаевтың Гөлбостан (14 йәш), Гөлөстан (9 йәш) исемле ҡыҙҙары теркәлгән.
Теүәлбай Буҫтыбаев 1836 йылда үлә. 1850 йылда Ураҡбикә Яныҡаева (56 йәш) исемле ҡатыны иҫән була әле. Мөхәмәтҡолой Теүәлбаев исемле улы һәм Бибигөлъямал исемле килененең Малыбай (1835 йылда үлгән), Әсфәндиәр (9 йәш) тигән улдары, Хәбибъямал (6 йәш), Вафиямал (3 йәш) исемле ҡыҙҙары тыуа. Фариза Ниғмәтуллинаны кәләш итеп алған Теүәлбайҙың икенсе улы Мөхәмәтғәлиҙең Ғәйшә (15 йәш), Хәҙисә (4 йәш) тигән ҡыҙҙары булыуы билдәле.
Метрика яҙыуҙарына ҡарағанда, Ғәбиҙә һәм Әсәҙулла Кәлимуллиндарҙың 1852 йылдың 6 апрелендә минең Саҙретдин ҡартатайымдың атаһы булған Зәйнәғәбдин исемле улдары донъяға килгән. Шулай уҡ уларҙың 1853 йылдың 21 декабрендә Тажетдин, 1876 йылда Мөхәмәтхафиз исемле улдары тыуа. Мәлихә менән Кәлимулла Аланбаевтарҙың Зәйнулла (1853 йылда тыуған) исемле тағы бер балаһы булған. Үкенескә күрә, бөтә метрика яҙмалары ла архивтарҙа һаҡланмаған. Икенсенән, табылған бөтә материалдарҙы ла бер мәҡәләлә генә ҡулланып булмай. Бөгөнгә тиклем килеп еткән документтар күрһәтеүенсә, Зәйнәғәбдин Йомабикә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алған. 1889 йылдың 20 сентябрендә уларҙың Сәйфетдин тигән улдары тыуған. Ҡартатайымдың һөйләүе буйынса, ул 1900 йылда донъяға килә. 1920 йылғы йорт иҫәбен алыу карточкаһында Буҫтыбайҙа йәшәүсе 70 йәшлек Зәйнәғәбдин Әсәҙулла улы Теүәлбаев теркәлгән. Уның ҡатынына 50 йәш була. Бер улы (35 йәш), ике килене (30, 25 йәштә), өс ҡыҙ (12, 8, 5 йәштә) улар менән бергә йәшәй, тип яҙылған. Уларҙан тыш, әлеге ваҡытта бер йыл инде армияла хеҙмәт итә, тип 35 һәм 20 йәшлек ике улы барлығы белдерелгән. Хеҙмәттә булыусы улдарының береһе – Саҙретдин ҡартатайым. Ул граждандар һуғышы йылдарында хеҙмәткә алына, сигенгән армия сафында Ҡытайға тиклем барып етә. Ҡытай яғына сыҡҡас, армия таралып бөтә. Ул яҡташтары менән үҙҙәрен аҫрар өсөн эш табып эшләргә тейеш була. Районыбыҙҙың Сәлих ауылынан Ғилметдин Әхтәмов та улар менән бергә йөрөп ҡайта. Уның һөйләүе буйынса, бер ваҡыт улар мейес сығарырға яллана. Мейестең нисек ҡоролоуын улар мейесте һүткәндә өйрәнгән. Һалып бөтһәләр, төтәй икән. Һүтеп, яңынан һалырға тура килә. Күпмелер ваҡыт үткәс, тыуған яҡҡа ҡайтырға сығалар. Зайсан күле тирәһендә сикте үткәс, уларҙы ҡулға алалар. Һаҡ аҫтында булғандарында ашханала картуф әрсейҙәр. Бер ваҡыт Ҡытай яғынан аҡтар һөжүм итә башлай. Ҡыҙылдарҙың етерлек ғәскәре булмағас, улар ҡартатайымдарға Ҡыҙыл армия сафында һуғышырға тәҡдим итә. Шулай итеп, аҡтарҙы ҡыйратыуҙа улар ҙа ҡатнаша. Ҡартатайымдар тағы күпмелер ваҡыт хеҙмәт иткәндән һуң тыуған илдәренә әйләнеп ҡайтҡан.
1983 йылда, ҡартатайым вафат булғас, Ғилметдин Әхтәмов менән осрашырға барҙым. Ул миңә үҙҙәренең мажараларын аңлатты. Башҡортостанда Ишембай районының Маҡар ауылы тирәһендәге һуғышта ҡатнашыуҙары, республикабыҙҙың көньяғынан Урал аръяғынан төньяҡҡа барыуҙары, Ҡыҙыл йылғаһы буйында ҙур һуғышта ҡатнашыуҙары, Ҡустанай ҡалаһы аша Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығыш яғына сигенеүҙәре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 1920 йылдың февралендә улар Уржар тигән ауыл янында тау араһында була. Тау баштарында, тирә-яҡта ҡар ятҡан, ә аҫта сәскәләр атып ултырған. Сит илдә йөрөгәндә, Саҙретдин ҡартатайым тиф менән ауырып киткән. Шул заманда уларҙың төркөмө тауҙан шәп итеп ағып килгән Сарысу исемле йылға аша һал менән сыҡҡан. Көслө ағын һалдарын ауҙарған. Ҡаты ауырыған ҡартатайым түңкәрелгән бричка аҫтында тороп ҡалған. Уны оҙаҡ ҡына эҙләгәндәр. Иҫен юғалтҡан хәлдә тапҡандар. Иптәштәре уны ташламайынса үҙҙәре менән алып киткән. Бына ошо ваҡиғанан һуң ул оҙаҡламай шәбәйгән. Ул һуңынан да: «Минең ауырыуымды Сарысу алып китте»,– ти торғайны. Ғ. Әхтәмов шулай уҡ уларҙың Феликс Дзержинский ҡул ҡуйған документтары булыуы тураһында һөйләне. Ул: «Минең документым һаҡланманы, ҡартатайың һаҡсыл кеше ине, уныҡы һаҡланғандыр ул», – тигәйне. Үкенескә күрә, ҡартатайымдан да ундай документ беҙгә ҡалманы.
1920 йылғы йорт иҫәбе картаһында Зәйнәғәбдин Теүәлбаевтың бер аты, һыйыры, быҙауы, ике һарығы, кәзәһе, ике тауығы, ике санаһы, арбаһы, төрәнле һуҡаһы, тимер ат тырмаһы, ике салғыһы,өс урағы булыуы яҙылған. Уның ғаиләһе ике дисәтинә бойҙай, 0,67 дисәтинә тары, 5 бот картуф, 20 фунт киндер сәскән. 1,33 дисәтинә ҡулланылмаған ерен йәмғиәт фондына кире ҡайтарған.
Саҙретдин ҡартатайым тыуған ауылына ҡайтмаҫ борон уның ата-әсәһе, күп кенә туғаны вафат була. Ҡайтыуына тыуған йорто урынында эре ҡый үләндәре үҫеп ултыра. Ике туғаны Әбделғәлим Теүәлбаев ҡартатайымды үҙенең өйөнә йәшәргә ала. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул өйләнә, атай йорто урынына өй һалып, йәшәй башлай. Ауылдың 1926 йылғы йорт хужалары исемлегендә Саҙретдин ҡартатайым үҙ йортонда йәшәүсе тип күрһәтелә. Уның менән бергә ғаилә ағзалары – өс ҡатын-ҡыҙ йәшәүе лә билдәләнгән. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, уларҙың береһе – өләсәйем Байрамбикә, икенсеһе – ҡәйнәһе Заһиҙә, өсөнсөһө беренсе балалары – Һылыубикә инәйем (1926 йылғы) булыуын беләм.
1920 йылда Буҫтыбай ауылында Әсфәндиәрҙең улдары Әхмәҙиә, Мөхәмәҙиә, Әбделғәлим һәм Яйыҡбай Ғәли улы Теүәлбаевтар йәшәй. Уларҙың икеһенең, йәғни Мөхәмәҙиә (43 йәш) менән Әбделғәлимдең (25 йәш) профессия графаһында «итексе» тип күрһәтелгән. Ысынлап та, улар бик оҫта итексе булған.
XIX быуаттың тәүге яртыһында һәм урталарында Буҫтыбай ауылында отставкалағы зауряд-хорунжий Әҙелмырҙа Байназаров (58 йәш), зауряд-есаул Мөхәмәтшәриф Ишҡужин (1849 йылда үлгән) һәм зауряд-есаул Ғәйнулла Уңғаровтың (1847 йылда үлгән) ғаиләләре йәшәгән.
1850 йылда ауылда 262 ир-егет һәм 266 ҡатын-ҡыҙ ғүмер иткән.
Ҡартатайым үҙҙәренең араларының исемен «зәйет» тип әйтә торғайны. Араның бындай исеме XVIII быуатта йәшәгән кеше исеменән барлыҡҡа килгән, тип фараз итергә нигеҙ бар. Мәҫәлән, 1816 йылда Буҫтыбайҙа 76 йәшлек Ҡасҡын Зәйетов йәшәгән. Тимәк, Зәйет үҙе тағы ла боронораҡ тыуған.
Буҫтыбайҙы халыҡ араһында Ишбирҙе тип тә атайҙар. Уның был исеме Ишбирҙе тигән кешенең исеменән барлыҡҡа килгән булһа кәрәк. 1816 йылда ауылда уның улы Ейәнсура Ишбирҙин (52 йәш) һәм ейәндәре Яхъя (15 йәш) менән Ғабдрахман (12 йәш) йәшәй. Һунынан Ейәнсуриндарҙың (Зианчурин) нәҫеле артҡан. ХХ быуат башында был ырыуҙың вәкиле Ғәҙелша Ейәнсурин республикабыҙҙың төрлө юғары вазифаларында, шул иҫәптән халыҡ комиссары (нарком) булып та эшләй. Ул минең Вазифа исемле ҡартәсәйемдең туғаны. Атайым иҫән саҡта уның йыш ҡына Бикеш ауылына һуғылып, юл ыңғайында сәй эсеп китеүе, тәү тапҡыр еңел машинала йөрөүе тураһында һөйләй торғайны. 1937 йылда Ғ. Ейәнсурин репрессияға эләгә, күп йылдар үткәс, уны аҡлайҙар. Шуның өсөн булһа кәрәк беҙ бәләкәй саҡта уның тураһында аҙ һөйләй торғайнылар. Ҡартәсәйемдең ғаиләһе буйынса Буҫтыбай ауылының метрика яҙыуҙарында әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәттәр таба алманым. Шуның өсөн Вазифа ҡартәсәйем менән Ғәҙелша Ейәнсуриндың нисек туған булыуҙарын әйтеүе ауыр. Ғ. Ейәнсуринды ҡартатайым Саҙретдин да яҡшы белгән. Әлеге көндә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт ижтимағи ойошмалар архивы директоры урынбаҫары Рифҡәт Вәлишин архивтың ғилми йыйынтығында, республиканың «Башҡортостан» һәм райондың «Хеҙмәткә дан» гәзиттәрендә һәм «Күгәрсен районы: Дәүерҙәр һәм яҙмыштар» йыйынтығында Ғәҙелша Ейәнсуриндың документтарға таянып әҙерләнгән тәфсилле биографияһын баҫып сығарҙы.
Саҙретдин ҡартатайымдың һәм Вазифа ҡартәсәйемдең ғаиләләре бер-береһенә яҡын йәшәгән. Шуның өсөн улар, беҙ бергә уйнап үҫтек, тигән.
Буҫтыбайҙа йәшәгән танылған шәхестәрҙең береһе тип Сәйетҡол ауылында тыуған Шәмиғол Бәҙретдин улы Бикбаевты атарға мөмкин. Уны халыҡ араһында Шәмиғол хәлфә тип беләләр. 1920 йылғы йорт иҫәбе материалдарында ул, Буҫтыбайға күсеп килеп йәшәй, тип теркәлгән. Документҡа йорт хужаһы (55 йәш), ҡатыны (40 йәш) һәм улы (5 йәш) яҙылған. Шул йылда Шәмиғол Бикбаевтың ғаиләһе ике дисәтинә бойҙай, 0,67 дисәтинә тары һәм 0,30 дисәтинә картуф сәскән. Уға айырым бер мәҡәлә арнарға мөмкин.
Ҡартатайым Саҙретдин тураһындағы һөйләгәндәргә шуны ла өҫтәргә теләйем: ул Бөйөк Ватан һуғышына ҡатнаша. Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Ҡайтҡас, колхозда эшләүен дауам итә. Байрамбикә өләсәйем менән Һылыубикә, Миңлетдин, Гөлбикә, Гөлсөм, Гөлшат исемле биш бала үҫтерә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уларҙың йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе йәшәй. Улар Теүәлбаев, Сәлихҡолов, Сәлихов, Салауатов һәм Аҡкөбәков һәм бик күп башҡа фамилия аҫтында уңышлы эшләп йөрөй. Уларҙың барыһы ла – Буҫтыбайҙың ейәндәре.
Әхәт СӘЛИХОВ,
тарих фәндәре кандидаты.