«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Волонтер булырға теләһәң…



05.09.2014 Волонтер булырға теләһәң…

Киләһе йәйҙә Өфөлә үтәсәк саммиттарҙа волонтер булып эшләргә теләүселәр бөгөндән анкета тултырып ебәрә ала. Ҡыҙыҡһыныусыларҙы махсус уҡыуҙар һәм башҡа бик күп яңылыҡ көтә. Был хаҡта матбуғат конференцияһында «Өфө – 2015» ШОС БРИКС офис төркөмө» етәкселеге белдерҙе.
Журналистар менән осрашыуға «Өфө – 2015» ШОС БРИКС офис төркөмө» автономлы коммерция булмаған ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов, ойошманың проекттарҙы бойом­ға ашырыу департаменты начальнигы Гөлләриә Ял­сыҡаева һәм Рәсәй йәштәре берлегенең республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Диана Вәлиева килгәйне.

– Иң кәмендә 500 волонтер кәрәгәсәк, – тине Руслан Мирсаяпов. – Был һан федераль ойоштороу комитетынан тәҡдим ителде. Волонтерҙарҙың бер нисә йүнәлештә эшләүе ҡарала, шул иҫәптә – сит ил делегацияларын оҙатып йөрөү һәм журналистар менән эшләү.

Саммитҡа әҙерлекте ойоштороу офисы етәкселеге йәштәр­ҙең һәм өлкәндәрҙең дә әүҙем булыуына ышана. Рәсәй йәштәр берлегенең төбәк бүлексәһе волонтерҙарҙы уҡытыуға бик етди ҡарай.

Тәүге этапта буласаҡ волонтерҙарҙы теркәп, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәре тураһында мәғлүмәт бирелә, тарихы, мәҙәниәте, милли йолаларына байҡау яһала. Был дистанцион уҡытыу була. Артабан ошо айҙан майғаса волонтерлыҡ эше, семинарҙар ентекләберәк махсус курстарҙа Өфө вуздарында уҡытыласаҡ. БР Пре­зиденты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ла уҡыуҙар ойошторола. Өсөнсө этапта ҡунаҡтар урынлаштырыласаҡ ерҙә, саммит үтәсәк объекттарҙа махсус тренингтар үтә. Һәр төр уҡытыу аҙағында тест формаһында һынау алына. Хатта буласаҡ волонтерҙарға ижади эш – инша яҙыу ҙа тәҡдим ителәсәк. Саммит кеүек эшлекле сарала ярҙамсы ролендә эшләү ҙә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Волонтер һәр һорауға ла яуап бирерлек кеше булыр­ға тейеш. Әйткәндәй, уҡытыуға 2,5 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Ҡытай, инглиз, португал телдәрен белһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Әгәр ҙә стресҡа тотороҡло, аралашыусан, белемле һәм зирәк икәнһегеҙ, тимәк, Өфөлә үтәсәк саммиттарҙа волонтер ролендә ҡатнаша алаһығыҙ. Шуныһы бар: баш ҡаланан ситтә йәшәүселәргә торлаҡ әҙерләнмәй. Волонтер эш хаҡына дәғүә итмәй, ул – ирекле ярҙамсы. Ә бына туҡланыу ойошторола. Был йүнәлештә эшләп ҡараһағыҙ, үҙегеҙгә бөтмәҫ тәжрибә туплау мөмкинлеге бирелә. Ҙур сара, ҙур мөмкинлектәр. Йәштәр, үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡалығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға