«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Вәғәҙәләүен вәғәҙәләгәндәр ҙә…



27.11.2010 Вәғәҙәләүен вәғәҙәләгәндәр ҙә…

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 23 ноябрҙә «Комсомольская правда» гәзите уҡыусылары менән бер сәғәт аралашыуында республика халҡын ҡыҙыҡһындырған тиҫтәләрсә һорауға яуап бирҙе. Һорауҙар, башлыса, «Үҙ йортом» республика программаһын ғәмәлгә ашырыуға бәйле булды.
Республика башлығы, уны матур проект булараҡ тәҡдим иттеләр, ә асылда ул проблемалар ояһы булып сыҡты, тип баһаланы. Уның әйтеүенсә, программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы бүленгән булған һәм әле уның дөрөҫ тотонолоуы буйынса тикшереүҙәр бара. Проблемалар ҡасабаларҙы проектлаусы кешеләрҙең системалы эшләмәүенән килеп сыҡҡан. Ә төҙөлөштөң генераль планы булырға, ерҙәр юридик яҡтан дөрөҫ рәсмиләштерелергә, ресурстар бер нисә йылға бүленергә тейеш булһа ла, ундай системалы проект әҙерләнмәгән, тик эмоциялар, вәғәҙәләр генә булған. Ошо вәғәҙәләр программаға йөҙләгән, меңләгән кешене йәлеп иткән. Һәм бөгөн улар үҙҙәрен алда нимә көтөүен белмәй аптыраша. Инфраструктура, транспорт, газ үткәреү, мәктәп, балалар баҡсалары төҙөүгә ҡағылышлы мәсьәләләр бик күп. Илебеҙҙә уңышлы ғәмәлгә ашырылыусы коттедж төҙөү проекттарының етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ыңғай тәжрибә өйрәнелмәгән.
Төбәк башлығы республикала, шулай уҡ бөтә Рәсәйҙә лә, ерҙәрҙең бик оҙаҡ рәсмиләштерелеүен дә билдәләй. Кешеләр ҡатмарлы, күп баҫҡыслы һәм асыҡ булмаған система һаҙлығына бата. Был осраҡта республика закондары ергә документтар биреүҙә мөһим элемент булып тормай. Нигеҙҙә, ҡатмарлы федераль законға баҫым яһала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға