15.08.2014 Киң билдәле археология ҡомартҡылары
Арҡайым ҡаласығы. 1987 йылда Силәбе өлкәһендә һыу һаҡлағыс төҙөләсәк урында осраҡлы ғына рәүештә бронза дәүеренә ҡараған ҡаласыҡ табыла. Арҡайым исемен ул бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тау атамаһынан ала. Ҡомартҡыны тикшереү һөҙөмтәһендә уның береһе икенсеһенең эсенә ингән ике түңәрәк стена, урҙар һәм соҡорҙар менән нығытылған боронғо ҡаласыҡ булыуы асыҡлана. Ул Сибай ҡалаһы янында урынлашҡан. Йыл һайын изге һаналған урынға 25 меңгә яҡын турист килә.
Өфө – II ҡаласығы. Баш ҡаланың үҙәгендә, хәҙерге Пушкин, Яңы күпер урамдарында, Салауат Юлаев проспектының башында урынлашҡан. Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV – XVI быуаттарға тиклем һаҡланған. Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Өфө йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала. Ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары – нигеҙенең киңлеге – 10 метр, бейеклеге 4 – 5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылған.
Баҡшай ауылы. Археология ҡомартҡыларына бай Көньяҡ Урал төбәгендә – Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы эргәһендә Баҡшай тип аталған боронғо ауыл эҙҙәре табылды. Керамик һауыт-һабаны һәм башҡа әйберҙәрҙе тикшереү был урында кешеләрҙең яҡынса биш мең йыл элек йәшәгәнен раҫлай. Ҡоролма 80 – 100 метр диаметрлы биләмәлә урынлашҡан.
Ҡыпсаҡ археологик комплексы. Илеш районының Ҡыпсаҡ ауылындағы ҡәберлектәрҙән табылған Рим биҙәүестәренең эшләнеү ваҡыты яҡынса беҙҙең эраның башы тип билдәләнә. Әлеге урында эҙләнеү эштәре 1992 йылда башланған. 4 – 5 йәштәрҙәге ҡыҙ баланың ҡәберенән – бронза муйынса, ә урта йәштәрҙәге ирҙекенән алтын билбау һәм ҡаптырма табыла. Был ерҙәрҙән борон сауҙа юлы үткән, тип фаразлана. Урындағы халыҡ үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте, көнкүреш әйберҙәрен төрлө тауарҙарға алмаштырған. Рим биҙәүестәре лә шул юл менән Башҡортостанға килгән, тип аңлатма бирә ғалимдар. Шулай уҡ Ҡыпсаҡ археологик комплексында ҡаҙыныусылар төрлө көнкүреш әйберҙәренә, һунар һәм эш ҡоралдарына күпләп юлыға.
Кәшәнәләр (мавзолей). Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы янында ил инәһе, Ерәнсә сәсәндең ҡатыны Бәндәбикә, Шишмә районының Үрге Тирмә ауылында Турахан ата һәм Аҡ зыяратта Хөсәйенбәк хажи ерләнгән кәшәнәләр боронғоларҙан һанала. Уларға хәҙер ҙә дин юлындағы кешеләр зыярат ҡыла, туристар килә.
“Ирәндек” тарихи-археологик ландшафт музей-заповеднигы. 295 кв. км биләмәлә 400-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ бар. Улар араһында айырыуса тарихи әһимиәте булған археологик ҡоролмалар: Фәйзулла ауылы янындағы “Ҡыҙылъяр” таш (йәшмә киң ҡулланылған) оҫтаханаһы, бронза дәүеренең Улаҡ ҡаласығы (Байыш ауылынан алыҫ түгел ерҙә). Шулай уҡ күп ҡәберлек, кәшәнә табылған.
Һуңғы асыш – Учалы районының Ахун ауылы янындағы бронза быуаты дәүерендәге менгирҙар комплексы. Ҡоролманың йәше –яҡынса дүрт мең йыл. Был обсерватория ҡояшты, айҙы күҙәтеү, йондоҙлоҡтарҙы билдәләү, ҡояштың ҡалҡыу нөктәһен, көн менән төндөң тигеҙләнгәнен һәм ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ бындай урындар төрлө йолалар үткәреү өсөн файҙаланылған.