27.11.2010 Салауат ҡалаһы республика менән бергә үҫергә тейеш
Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәрендә «Салауатнефтеоргсинтез» («СНОС») предприятиеһында, атап әйткәндә, түбән баҫымлы полиэтилен етештереү буйынса 20-се цехта булды, майлы газ, бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы һәм башҡа фракциялар алыу маҡсатында сеймалды беренсел эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән ЭЛОУ – АВТ – 6 ҡоролмаһын, бензин һәм дизель яғыулығы етештереү өсөн тәғәйенләнгән висбрекинг ҡоролмаһы комплексын ҡараны.
Предприятие базаһында Бөтә Рәсәй нефть-газ химияһы үҙәге һәм «Газпром нефтехим Салауат» технопаркы төҙөләсәк. Уның эшмәкәрлегендә нефть эшкәртеүгә, нефть химияһына һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙарына төп баҫым яһаласаҡ.
* * *
Салауат ҡалаһында төбәк башлығы төҙөлә башлаған күп функциялы ҡала дауаханаһында булды һәм эштәр барышы менән танышты.
Дауахананың бер өлөшө – хирургия һәм патологоанатомия корпусы, туҡланыу, кер йыуыу блоктары, гараж, 2007 йылдың майынан сафҡа индерелеп, үҙ эшен башлап ебәргән.
Әлеге ваҡытта медицина хеҙмәтләндереүе буйынса талаптар үҙгәреүе арҡаһында «Башкиргражданпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте проект документациялары буйынса өҫтәмә эштәр башҡара. Белгестәр иҫәпләүенсә, дауахананың төп корпусын төҙөп бөтөү өсөн – 552,1 миллион, төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн 189,1 миллион, йыһаздар ҡуйыу өсөн 363 миллион һум аҡса талап ителә. Шунлыҡтан Президент килеп тыуған хәлдән нисек итеп сығыу яғын сисеү кәрәклеге тураһында белдерҙе.
* * *
Салауат ҡалаһында булғандан һуң республика башлығы Ауырғазы районының үҙәк район дауаханаһына инде. Бында ул төҙөлә башлаған 35 урынлыҡ хирургия корпусын ҡараны һәм дауахананың проблемалары менән танышты.
һуңынан ул Ауырғазы районының «Әжемаҡ» кирбес заводында булып, уның етештереү ҡеүәте, сеймалды ҡайҙан алыуҙары, ҡорамалдар һәм эш шарттары, продукцияның сифаты, уның ҡайҙа һатылыуы, проблемалары менән ҡыҙыҡһынды.