01.08.2014 Их, ниңә ЮКОС акционеры түгелбеҙ икән?
Рәсәй ҡаҙнаһының 50 миллиард долларға кәмеп ҡалыуы ихтимал. ЮКОС акционерҙары шул сама компенсация талап итә. Гаага суды ҡарар сығарып та өлгөргән.
Беләһегеҙҙер, ЮКОС Рәсәйҙең ҙур нефть компанияһы ине. Ул 1993 – 2006 йылдарҙа эшләне лә һуңынан банкрот тип иғлан ителде. Йәнә бер йылдан юҡҡа сығарылды. Төп акционерҙар Гибралтарҙа теркәлгән «Group MENATEP Limited» офшор холдинг компанияһы аша «хужалыҡ итте». Иң күп акция эйәһе (59,5 процент) Михаил Ходорковский исеме беҙгә яҡшы таныш, ул бер нисә йыл төрмәлә ултырып сыҡты.
Әлбиттә, шундай ҙур компанияның банкрот хәленә етеүе юҡҡа түгел, был тирәлә арыу ғына мутлашыуҙар ҙа булды, власть та баҫым яһаны, компания һалым түләмәне, тигән хәбәрҙәр күп ишетелде. Эргәһендә йөрөмәгәс, акцияларыбыҙ унда булмағас, дөрөҫөн белеүе ауыр.
ЮКОС тарҡатылғас, акционерҙар ауыҙ асып ятманы – Берләшкән милләттәр ойошмаһының Гаага халыҡ-ара арбитраж судына бирҙе. Тәүге тапҡыр 2009 йылда. Шунан бирле Рәсәй властарына ҡарата бер нисә суд тыңлауҙары үткән.
Бына һуңғыһында ла, 28 июлдә генә, ЮКОС акцияларының 75 процентына эйә булған өс компанияның – Кипрҙағы «Hulley Enterprises», «Veteran Petroleum», Мэн утрауынан «Yukos Universal» – ғаризаһын ҡарап, арбитраждар (өс судьяның береһе Рәсәйҙән булған) бер тауыштан, ЮКОС акционерҙарының хоҡуғы сикләнгән, тигән ҡарар сығарған.
Рәсәй белгестәре иҫәпләүенсә, дәүләт бер кемгә лә бер тин дә түләмәйәсәк, ә мәжбүри түләтеү бик ҡыйынға төшәсәк. РФ сит ил эштәре буйынса министры Сергей Лавров белдереүенсә, Рәсәй апелляцияға бирәсәк. Түләү ваҡыты 2015 йылдың 15 ғинуарында сыға. Түләнмәгән хәлдә, төп суммаға проценттар өҫтәлә.
Айсын АҠБУЛАТОВА.