«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостандың йәшел символын һайлайбыҙ



18.07.2014 Башҡортостандың йәшел символын һайлайбыҙ

Быйыл йәй асыҡ тауыш биреү юлы менән Рәсәйҙең бөтә төбәктәренең дә үҙ йәшел символы һайланасаҡ.

Уның ошо ерлектең тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә ҡағылышлы үҫенте булыуы мөмкин. Һайлап алынған үҫентеләрҙең берҙәм аллеяһы булдырыласаҡ. Проекттың маҡсаты – илдең берҙәмлеген күрһәтеү, төбәк-ара бәйләнеште үҫтереү һәм экологик мәҙәниәтте пропагандалау, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Беренсе «Рәсәй аллеяһы», Ҡырым Республикаһының Рәсәйгә ҡушылыуы символы булып, Севастополь ҡалаһында урынлашасаҡ. 9 майҙа буласаҡ парктың тәүге үҫентеләре – кедр менән пихта ултыртылған.
Башҡортостан Республикаһы тауыш биреү өсөн 5 үҫенте тәҡдим итә. Салауат Юлаев сортлы сирень, йүкә, мәтрүшкә, ҡурай һәм пирамидаль тирәк өсөн һәр кем тауыш бирә ала. Әлеге көндә ҡурай менән йүкә, бер тигеҙ тауыш йыйып, тәүге урынды биләй. http://ruspriroda.ru сайтына инеп, төбәктәр араһында Башҡортостан Респуб­ликаһын һайлағыҙ һәм лайыҡлы тип тапҡан үҫемлек өсөн тауыш бирегеҙ.
Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға