05.07.2014 Башҡорт йәштәре аралашты, күңел асты һәм ярышты
Йәштәр ниндәй булырға тейеш? Әлбиттә, дәртле һәм шаян, тәүәккәл һәм ҡыйыу, белемле һәм рухлы. Ошо сифаттарға эйә булған башҡорт йәштәре июндең һуңғы йомаһында Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Һаҡмар буйына ағыла башланы. Һәр кем үҙенсә йыйынған – берәүҙәр ҡулына гитара һәм туп тотҡан, икенселәр палатка менән ҡаҙан йөкмәгән. Сара үтәсәк урын да күңелгә ятышлы: бейек тауҙар уратып алған, яҡында йылға аға.
Иртәгәһенә төшкә, йәғни башҡорт йәштәре ҡоролтайының төп саралары башланыр алдынан, халыҡ йыйылып та өлгөрҙө.
Сараға баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың туристик индустриялар союзы рәйесе Кинйә Күскилдин, республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, шулай уҡ Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин килгәйне.
Йәштәрҙең изге башланғысын хуплап, Һынташ ауылы муллаһы Фәттәх Алсынов байрамда ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе, аҙан ҡысҡырҙы.
Сара рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителгәс, сәхнәгә ойоштороусылар, йәғни Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы егет-ҡыҙҙары күтәрелде. Етәкселәре Рәмзил Байназаров менән ҡоролтай ағзаһы Рәмил Рәхмәтов үҙҙәренең ялҡынлы сығыштарында, Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуы өсөн беҙ тупланырға, бер маҡсат менән алға атларға тейешбеҙ, тип билдәләне.
Шуны әйтеү мөһим: ваҡытында даими уҙғарылып килгән Башҡорт йәштәре көндәре 1990 – 1993 йылдарҙа тәүге тапҡыр ошо аҡланда үткәрелә. Шул йылдарҙа райондың йәштәр комитетын етәкләгән Кинйә Күскилдин ике тиҫтә йыл артҡа ҡайтып, бөгөнгө йәштәрҙең дә шул ваҡыттағы кеүек ойошҡанлы, берҙәм булыуын теләне.
– 90-сы йылдарҙа был туғай гөрләп торҙо, төрлө төбәктәрҙән 8 – 9 меңләп кеше йыйыла торғайны. Бөгөнгө сара күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын, ә фекер алышыу, кәңәшләшеүгә иғтибар йүнәлтегеҙ. Хәҙерге йәштәрҙең сәләмәт тормош алып барыуы, спортты үҙ итеүе, етеш тормошҡа ынтылыуҙары һөйөндөрә. Был – беҙҙең илебеҙҙең киләсәге бар, тигән һүҙ, – тине Кинйә Сәғит улы.
Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзите мөхәррире Ильяс ағай Такаловтың, ямғыр ҙа программаға индерелгән, тип шаяртыуы раҫҡа сыҡты, буғай. Бер нисә тапҡыр көслө генә итеп ямғыр яуып үтте. Быныһы иһә йәштәрҙе ҡурҡыта алманы, киреһенсә, эҫе, ҡояшлы көндән тамам ялҡҡан төбәк халҡы шатланды ғына.
Башҡорт йәштәре йыйылған ерҙә, ғәҙәттә, спорт ярыштары ҡыҙыу үтә торған. Был юлы ла улар дәррәү генә булды. Бер урында футболсылар иртәнән алып кискә тиклем туп типһә, унан ситтәге майҙанда волейболсылар көс һынашты. Арҡан тартышыу ҙа ҡыҙыу барҙы. Гер күтәреүҙә лә егеттәр һынатманы. “Яугир” тип исемләнгән ҡул һуғышы менән милли көрәш барған майҙандарҙан да кеше өҙөлмәне. Һуңғыһына туҡталғанда, барлығы утыҙға яҡын көрәшсе бил һынаны. Араларында Рәсәй һәм Башҡортостан чемпиондарының күп булыуы һөйөндөрҙө. Бәйге булғас, еңеүсе лә, еңелеүсе лә була, тигәндәй, ике тапҡыр еңелгәндәр төшөп ҡала барҙы. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатнашыусыларҙың бер нисәүһе Магнитогорскиҙан, ҡалғандары республика ҡала-райондарынан килгән. Шулай ҙа Ауырғазы көрәшселәренә етеүсе булманы. Мораҙым ауылынан килгән ете көрәшсенең бишәүһе призлы урындар яулап ҡайтһын әле?! Был ваҡытта, егеттәрҙән бигерәк, спорттың ошо төрөнә һөйөү уятҡан тренерҙары Илдус Нәҙершин ғорурлыҡ кисергәндер, моғайын.
– Беҙҙең ауыл – көрәшселәр төйәге. Уҡыусылар ҙа мәктәптәге секцияға ҙур теләк менән йөрөй. Ошо көндәрҙә уҙасаҡ Салауат көндәрендә лә ҡатнашырға ниәтебеҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша егеттәр.
Шулай итеп, төрлө ауырлыҡ категорияларында беренсе урындарҙы Илнур Хәйбуллин (Әбйәлил), Руслан Һатлыҡов (Ауырғазы), Рушан Ильясов (Ауырғазы), Илдар Моратов (Стәрлебаш) һәм Алмас Әсәҙуллин (Сибай) яуланы. Абсолют чемпион исеме Илдар Моратовҡа бирелде. Көрәшсенең еңеүҙәре бихисап. Мәктәп йылдарынан көрәшкән егет һигеҙ йыл инде районда беренсе урынды бер кемгә лә бирмәй, былтыр Рәсәй чемпионы исеменә эйә булған.
– Уңыштың сере ябай. Бының өсөн көс, тиҙлек һәм билеңдең ныҡ булыуы кәрәк. Даими шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, – ти әлеге ваҡытта Стәрлебаш балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренерлыҡ эшен алып барған Илдар.
Башҡорт йәштәре ҡоролтайында флагтар тотҡан, башҡортса яҙыулы футболкалар кейгән йәштәр араһында Магнитогорск ҡалаһынан килгән егеттәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итте. Һәр сараның уртаһында ҡайнаған рухлы егет Динис Бәшәров әйтеүенсә, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән “Салауат” ойошмаһы тығыҙ бәйләнештә эшләй. Яҡташтарыбыҙ Магнитогорскиҙа башҡорт йәштәре өсөн “Баш-бум” дискотекаһы, төрлө проблемаларҙы үҙ эсенә алған “түңәрәк өҫтәл”дәр, “Һылыуҡай” гүзәллек бәйгеһе, һабантуй кеүек саралар ойоштора. Беҙ һәр ваҡыт ун йылдан һуң ни булырын уйлап йәшәргә тейешбеҙ, тип, Динис үҙ ҡарашын еткерә.
Дөйөм алғанда, силәбеләрҙең һәм үҙебеҙҙең башҡорт йәштәре иттифағы, “Маҡсат” төбәк йәштәр ойошмаһы, Яҡташтар ассоциацияһы йәштәре әүҙемлеге менән айырылып торҙо.
Гел уйын-көлкөгә генә ҡоролманы йәштәр ҡоролтайы. Мәҫәлән, Башҡортостандың көньяҡ райондары гәзиттәренең баш мөхәррирҙәрен йыйып, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов “Милли матбуғатты һаҡлау мәсьәләләре” исемле семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Бында почта хеҙмәте ҡиммәтләнеү һөҙөмтәһендә гәзит-журналға яҙылыу ауырлашҡан осорҙа милли баҫмаларҙы һаҡлау юлдары ҡаралды, төрлө йүнәлештәр тәҡдим ителде. Шулай уҡ ошо өлкәлә кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен иғтибарға алыу, материалды уҡыусыға аңлайышлы итеп еткереүҙең мөһимлеге билдәләнде.
Башҡорт йәштәре хәрәкәте ағзалары ҡатнашлығында үткән “Милли идея” тип аталған фекер алышыуҙа ла хәл итеүҙе көткән етди проблемалар көн үҙәгенә сығарылды. Бөгөнгө йәш быуынды эшһеҙлек, шул сәбәптән йәштәрҙең республиканан ситкә сығып китеүе, йәш быуындың үҙ теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмей барыуы, алкоголизм бәләһе кеүек мәсьәләләр борсой. Ваҡыт тар булыу сәбәпле, ҡайһы бер мәсьәләләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр советы ултырышына ҡалдырылды. Ә резолюция халыҡ алдында – сәхнәлә уҡылып, бер тауыштан ҡабул ителде.
Ҡыуаныслыһы шул: башҡорт йәштәре ҡоролтайында көн оҙоно, шулай уҡ төнгө сәғәттәрҙә лә спиртлы эсемлектәр һатылманы, иҫерек йөрөүселәр күренмәне.
Йәштәр өсөн уларҙың яратҡан йырсылары тарафынан дискотека ойошторолдо, шулай уҡ бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡыу буйынса “Халҡым сәғәте” исеме аҫтында флешмоб үткәрелде.