«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәшлек үҙенең киләсәге менән бәхетле



04.07.2014 Йәшлек үҙенең киләсәге менән бәхетле

Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалындағы йәш уҡытыусылар үҙҙәре кеүек алдынғы йәш белгестәр әҙерләй.

Йәштәр һәр заманда ла йәштәр булып ҡала. Дәртле, ҡыйыу, шат, ҡайһы саҡ дыуамал да. Араларында төрлөләре – юғары маҡсаттар ҡуйып алға ынтыл­ғандары бар, бәхетһеҙлек упҡынына тәгәрәп, йәшәү йәмен юғалтҡандар ҙа юҡ түгел. Шулай ҙа дәрт-дарманы ташып торған, булдыҡлы йәштәребеҙҙең күп булыуы һөйөндөрә. Һеҙ һүрәттә күргән, Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы уҡытыусылары – Дияз Ишназаров, Зөлфиә Сәлихова һәм Вадим Бәҙретдинов киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлай.
Ауыл хужалығы өлкәһендә белгестәр әҙерләгән уҡыу йортонда дәрәжәле профессорҙар менән бер рәттән, белем биреү һәм фән өлкәһенә яңыраҡ аяҡ баҫҡан йәштәр бихисап. Улар, уҡытыуҙан тыш, төрлө юҫыҡтағы ойоштороу эштәрендә ҡайнай, ғилми хеҙмәттәр яҙа. Филиал директоры Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин да: “Йәш һәм өлкән быуын араһында бәйләнеш булдырыу – киләсәгебеҙ хаҡында ҡайғыртыу ул. Беҙҙең йәш белгестәр үҙ аллы булыуҙары, һәр эшкә дәртләнеп тотоноуҙары менән айырылып тора. Өлкән быуын һәр осраҡта студенттар менән уртаҡ тел тапмаҫҡа йә уларҙың ҡарашын аңлап етмәҫкә мөмкин, ә йәштәргә был йәһәттән еңелерәк”, – тип үҙ фекерен белдергәйне.
Былтыр ғына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған Зөлфиә Сәлихова фән менән студент сағынан мауыға. Айырыуса “Инновацион иҡтисад”, “Башҡортостан Республикаһының Көньяҡ Урал төбәгенең инновацион үҫеше” темалары өҫтөндә күңел биреп эшләй.
Бынан дүрт йыл элек философия буйынса фән кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булған Вадим Бәҙретдинов бөгөн социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһын етәкләй. Талапсан һәм ғәҙеллекте алға ҡуйған уҡытыусы сифатлы белем биреүҙе, иң мөһиме, тип иҫәпләй.
Миграция темаһына ғилми эш яҙған Дияз Ишназаров уҡыу йортондағы “Сайф” командаһының кураторы ла булып тора. Еңеү артынан еңеү яулаған команда быйыл да һынатмаған. Апрелдә Өфө ҡалаһындағы конкурста II урын алып ҡайтҡан.
– Һәр кем күңеленә яҡын булған йүнәлеште һайларға тейеш. Шул саҡта ғына уңыштарға өлгәшергә була, – ти Дияз Урал улы.
– Йәшлегеңдә йәшнәп-күкрәп, файҙалы, изге эштәр менән биҙәп йәшәү күпкә яҡшыраҡ. Киләсәк тормошоңа ла нәҡ ошонда нигеҙ һалына бит, – тип үҙ фекерен белдерә Зөлфиә Мирза ҡыҙы.
Ҡасандыр Николай Гоголь: “Йәшлек киләсәге менән бәхетле”, – тигән һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалдырған. Һәр минут-сәғәтен ҡәҙерләп, ваҡытын файҙаға уҙғарған йәштәргә ҡарап, киләсәгебеҙ өмөтлө булыр, тип өмөт итергә ҡала.

Нил ҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға