06.06.2014
Һай, шәп закон, кем сығарған!
Бөтә закондар ҙа берҙәй үк файҙалы түгел, хатта ҡайһы берәүҙәре үҙ граждандарына ҡаршы ла бара. Бәғзе белгестәр һығымта яһауынса, депутаттар закон проекттарын эштең айышына төшөнмәй ҙә ҡабул итергә мөмкин. Тиҙерәк һәм конфликтһыҙ. Эштәренә “галочка” ҡуйыр өсөн. Әлбиттә, намыҫлы депутаттар бар һәм улар күпселекте тәшкил итә, тип ышанайыҡ.
Ирекһеҙҙән “Ҡышҡы ваҡыт” тураһындағы закон иҫемә төштө. Уның менән күптәр килешмәй, хәҙер “сәйнәлеүе”нә лә байтаҡ булып китте. Һаман “нөктә” ҡуйылманы, ахыры.
Шулай ҙа законды сығарыу алдынан уның ҡараламаһы халыҡҡа еткерелеп, фекер алышып, ҡултамға ҡуйылһа, яҡшыраҡ. Ә сыҡҡас, эшләү һөҙөмтәһен ентекле күҙәтеүҙә тотоу тағы ла яҡшы. Бөгөн, кеше боҙолдо, тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Бында дөрөҫлөк барҙыр. Сөнки законды һанға һуҡмаусыларҙы, боҙоҡ, тимәй, кем тиһең. Яуаплылыҡ тураһында онотабыҙ ҡайһы саҡ.
Ҡағыҙ бит ул, яҙабыҙ ҙа һыҙабыҙ…Бынан бер нисә йыл элек яраҡһыҙ закондарҙың рейтингы төҙөлгән. Яраҡһыҙ тигәс тә, бөтөнләй үк бөтөрөп ташлау булыр, ҡайһы берҙәренең асылы мәғәнәле генә, тик эшләп кенә китә алмайҙар. Ә бәғзеләренең, ысынлап та, кәрәкмәгәне, артыҡ икәне күренеп тора.
Уң рулле автомобилдәрҙе тыйыу. Был идея ЮХХДИ етәкселегендә 2006 йылдан алып “йәшәй”. Күптәр ҡаршы сыҡҡас ҡына туҡталып ҡалғайнылар. Шулай ҙа 2010 йылда яңы техрегламент буйынса шундай яңы машиналар индереү туҡтатыласаҡ, тигән хәбәр таралғайны. Унан һуң тағы былтыр имеш-мимештәр “терелде”. Һөҙөмтәлә, 2015 йылда ғәмәлгә инәсәк регламентта тыйыу ҡаралмаған булып сыҡты.
Транспортта һәм йәмәғәт урындарында һыра эсеүҙе тыйыу тураһындағы законды Дәүләт Думаһы 2005 йылда уҡ ҡабул иткән. Штраф күләме 100 – 300 һум тип билдәләнгән. Транспортта күпме йөрөйөм, һыра эсеүселәрҙең береһенә лә штраф сәпәгәндәрен күргәнем юҡ әле. Киреһенсә, иҫеректәр йыш ҡына аҡса ла түләмәй, кондукторҙарҙың көсө етмәй, ә водитель һорап та тормай.
2003 йылда хөкүмәт башланғысы менән бөтә шәхси эшҡыуарҙарға касса аппараттары алып ултыртыу талап ителгәйне. Был тәртиптең “ғүмере” алты йыл булып сыҡты – 2009 йылда Владимир Путин уны бөтөрөп, ике миллион эшҡыуарға еңел һуларға ирек бирҙе.
Рәсәй ҡалаларында ябылған казино һәм уйын автоматтары урынына барлыҡҡа киләсәк дүрт уйын зонаһы тураһындағы закон. Уға ла байтаҡ йыл булып китте. Казинолар ябылды, ә уйын зоналары булдырылманы тиерлек (Краснодар крайында берәү бар, буғай). Уйын бизнесы бөттө, тип уйлайһығыҙмы? Көтөп тороғоҙ. Улар хәҙер йәшерен рәүештә эшләй. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға өҫтәмә эш булды: подпольелағы казиноларҙы “тоталар”.
Ә телевидениенан кешегә ҡарата көс ҡулланыу, атыш-үлтерештәрҙе күрһәтеүҙе тыйыу тураһындағы закон һуң? Депутаттар уны өйрәнә торғас, шундай һығымтаға килде: закон ҡабул ителһә, нәфис фильмдарҙың күбеһе, хатта йәнһүрәттәр ҙә 7-нән киске сәғәт 10 арауығында күрһәтеүгә яраҡһыҙ, имеш. Бына шуға хәҙер йәште сикләүҙе күрһәткән “6+”, “18+” кеүек һандар барлыҡҡа килде. Уныһы ла көлкө тыуҙыра. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.
2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында кешенең үҙе теләгән милләттен әйтеү мөмкинлеген биргән ҡағиҙә ғәмәлгә инде. Шул һөҙөмтәлә Рәсәйҙә скифтар ҙа, эльфтар ҙа, хоббиттар ҙа хасил булды. Ярай әле, марсиандар юҡ.
2007 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында закон ҡабул ителгәс, имтихан һөҙөмтәләре буйынса документтарҙы бер юлы әллә күпме вузға биреү рөхсәт ителгәйне. Бер-ике йылда юғары уҡыу йорттары абитуриенттар һанынан “тығыла” яҙҙы. 2010 йылда документтарҙы биш кенә вузға биреү тәртибе индерелде.
Фекер
Борис АЛЬТШУЛЕР, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Бала хоҡуғы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе:
– Беҙҙә ҡайһы бер закондарҙың ябай граждандарға ҡарата ныҡ ҡаты булыуы ихтимал. Ә бына власть менән бизнесҡа әллә ни ҡыйын түгел.
Бер миҫал килтерәм: бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу тураһындағы бик яҡшы закон бар. Ул катастрофик рәүештә үтәлмәй. Мәскәүҙә теләһә ҡайһы ваҡытта ла, шаһиттар булһа ла һаталар. Сәбәбе ябай ғына – хоҡуҡи нигилизм (йәғни юҡ тигәнде аңлата – авт.). Депутаттар законды ҡабул иткәндә, уны үтәмәгән хәлдә санкцияларҙы бик йомшаҡ итеп билдәләй. Баяғы алкоголь һатыуҙы ғына алғанда ла, АҠШ-та, мәҫәлән, балаларға араҡы һатҡан магазин суд ҡарарынан һуң эшләүен туҡтатасаҡ, хужаһы лицензиянан мәхрүм ителәсәк. Беҙҙә иһә штрафтар законды боҙоп килем алған күләмдән күпкә түбән. Закон боҙоп килем алыу уңайлыраҡ. Яза өсөн ҡурҡыу юҡ. Шуға ла закондарҙың күбеһе эшләмәй һәм эшләмәйәсәк тә.
Закон була яҙғандарҙан…РФ Дәүләт Думаһы депутаттарынан берәүҙең “ижады” – бәшмәктәрҙе күпләү йыйыу уларҙы ҡырыуға тиң, бының өсөн яуаплылыҡ булырға тейеш. Ярай әле, башҡа депутаттар араһында бәшмәк яратыусылар әҙ булған, юҡһа, ошо тәртипкә буйһоноп йөрөр инекме икән?
Ҡортсолоҡ тураһындағы закон проектында иһә умарталарҙы нисә сантиметр бейеклектә ҡуйырға өйрәтелгән, күс айырып осоп китһә, умартасыларға эҙәрлекләп барып тотоу хоҡуғы бирелгән. Дәүләт Думаһы документты ҡабул иткән итеүен, тик был закон Президентҡа оҡшамаған.
Мәскәүҙән власть органдарын “ҡыуыу” тураһында закон. Бөтә яуаплылыҡ баш ҡалаға ғына төшмәһен, башҡалар ҙа эшләһен, тигәнме икән Гальченко фамилиялы депутат, уның башланғысы был. Парламентарий Дәүләт Думаһын Түбәнге Новгородҡа, Хөкүмәтте – Екатеринбург, Юғары Судты Омскиға “ебәргән”. Мәскәүҙә президент ҡына тороп ҡалырға тейеш булған. Ҡалған депутаттар был проектты уңышһыҙ шаяртыу тип ҡабул итеп, алыҫҡараҡ һалып ҡуйған.
Бар ҙа, юҡ таМине тағы бер закон һағышҡа һала. Ул да булһа “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында” (ФЗ-№ 52 “О санитарно-эпидемиологическом благополучии населения”). Уның бер бүлеге тыныслыҡты һаҡлау тәртибенә арналған. Йәғни көндөҙ һәм төндә тауыш кимәлен яйлау хаҡында. Иртәнге сәғәт 7-нән төнгө 11-гәсә тауыш 40 децибел, ә 23 сәғәттән 7-гә тиклем 30 децибел булырға тейеш. Сағыштырыу өсөн: автомобиль сигнализацияһының тауышы – 80 – 100 децибел, ә баяғы 40 децибел кешеләрҙең тауыш күтәрмәй, һәүетемсә генә һөйләшеү тауышы.
Ошо закон нисегерәк эшләй? Ғөмүмән, ҡалала уның тулы кимәлдә эшләүе мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, мин йәшәгән Дан бульварын таҙартырға төнгө сәғәт 12-ләрҙә машина килә. Яҡшы ғына евротәҙрәң булмаһа, уның тауышынан ҡолағың тонасаҡ. Ә йәш балаһы төнө буйы илаған күршеңә, төнгө тыныслығымды боҙа тип, гел генә участковый саҡырта алмайһың бит инде. Төнгө 11-ҙән һуң ҡалала тормош башлана ғына кеүек! Юлдарҙа автомобилдәр тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында выжлап йөрөп тора. Ауылдарҙа ла юл буш тормай. Әйткәндәй, “комендант сәғәте” ҡалала әҙме-күпме эшләһә, ауылда һанға ла һуғылмай. Ҡыҙыҡ өсөн төнгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә ҡолаҡ һалығыҙ әле – балалар геүелдәшеп йөрөй. Берәү ҙә бер кемде лә яуаплылыҡҡа тарттырмай. Етмәһә, ҡағиҙәне иҫкә төшөргәнең өсөн үҙең ғәйепле булып ҡалыуың да бар.
Баяғы “тыныслыҡ тураһында”ғы законға әйләнеп ҡайтҡанда, шаулаған күршең өсөн штраф ҙур түгел – 100 – 500 һум самаһы. Ойошмалар иһә арыу уҡ түләйәсәк – 20 – 40 мең һум. Һәр хәлдә “шаян күрше”ләр нисек шаулаған, шулай дауам итә. Тәртип булмауының сәбәбе – язаның йомшаҡлығы.
Тәмәке тартыуҙы сикләү тураһындағы закон хәҙер шәхсән миндә көлкө генә тыуҙыра. Һүҙ ыңғай шуныһы: Матбуғат йортоноң һәр ҡатына, тәҙрә, баҫҡыс буйҙарына Законға һылтанма яһап, ҡағыҙ элеп ҡуйғандар. Ҡатын-ҡыҙҙар тышҡа сығып бина мөйөштәрендә тартһа, ир-ат баяғы ҡағыҙ эленгән тәҙрә төбөндә төтөн борҡота. Штраф 500 – 1500 һум тигән яҙыу ҙа ҡурҡытмай уларҙы.
Был законды әлегә иң һөҙөмтәһеҙ закондарҙың береһе, тип иҫәпләргә лә була. Эйе, үҙ көсөнә ингән көндәрҙә уның яйға һалыныуы бик мөмкин ине. Тәмәкеселәр туҡталыштан ситтәрәк тарта башлағайны, хатта урамда ла йәшереңкерәп тарттылар. Аҙна-ун көн тирәһе шулай булғандыр, бәлки, бер ай. Артабан улар ҡайҙа һәм нисек тартһаң да яза бирелмәйәсәген төшөндө. Хәҙер элеккесә иркенләнеләр. Әйтерһең дә, закон юҡ. Закон бар, әммә тейешенсә үтәлмәй. Үтәлеүен тикшереүселәре шул сама ғына инде.
Футбол буйынса быйылғы ил чемпионатын күҙәтеп барыусылар хәтерләйҙер, ул ғауға-болалары менән иҫтә ҡалды. Йә “Зенит”тың көйәрмәндәре ҡотора, йә матчтан һуң мигрант тарафынан үлтерелгән бер көйәрмәнде иҫкә алабыҙ тип, уныһы тағы урам һуғышына әүерелә. Бында яуаплылыҡҡа тарттырыр өсөн “Мигранттар тураһында”ғы, ”Көйәрмәндәр тураһында”ғы закондарға ла таянырға була ине. Тик, әлеге лә баяғы ҡәтғилек булмағас, бер нәмә лә ярҙам итмәй.
һандар һәм факттарТүбәндәге исемлек Бөйөк Британияла мировой судья булып эшләүсе тарафынан төҙөлгән. Дэвид Кромби атлы әфәнде закондарҙың көлкө лә, ҡаты ла, “иҫәрерәк” тә булыуына баҫым яһаған. Ҡайһылары бөтә тулылығында ғәмәлдә, ҡайһылары бер аҙ онотолған, әммә теләһә ҡайһы ваҡытта иҫкә килеп төшөүе бар.
Англия. 14 йәшен тултырған малайҙар аҙна буйына ике сәғәт дауамында йәйәнән атыу буйынса күнекмәләр алырға тейеш. Уларҙы урындағы дин әһеле күҙәтә.
Францияла сусҡаға “Наполеон” исеме ҡушыу закон тарафынан тыйыла.
Ҡытай. Һыуға батып барған кешене ҡотҡарыу ҙа законға ҡаршы килә, сөнки был шул кешенең яҙмышына ҡыҫылыу була.
Израилдең Кирият-Моцкин ҡалаһы законы: ял көндәрендә утты ныҡ яҡтыртырға, ҡысҡырып һөйләшергә ярамай.
Таиланд. Милли валюта тип иҫәпләнгән тимер аҡсаға ла, банкнотаға ла баҫыу хоҡуҡ боҙоуға тиң.
Канадала радиола яңғыраған һәр бишенсе йырҙы канадалы башҡарырға тейеш.
Законға ярашлы, Голливуд бульварында бер юлы 200 баш һарыҡты йөрөтөү тыйыла.
АҠШ-тың Мэн штатында 14 ғинуарға тиклем Раштыуа биҙәүестәрен алмаусыларға штраф сәпәлергә мөмкин (беҙҙең Өфөлә шыршылар мартҡа тиклем тора әле).
Ә Висконсин штатының Сент-Круа ҡалаһында иһә ҡатын-ҡыҙҙарға кеше араһына сағыу ҡыҙыл төҫтә кейенеп сығырға ярамай.