«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңылыҡтар



06.06.2014 Яңылыҡтар

Яңылыҡтар- Республиканан 58 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Күп балалы әсәләрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡотланы. Бөгөн республикала 35 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, улар өсөн һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләү буйынса ташламалар ҡаралған.

- Башҡортостанда йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы әҙерләргә планлаштыралар. Әлеге ваҡытта республиканың 32 районында мал аҙығы әҙерләүгә тотонғандар. Дөйөм алғанда, республика буйынса 1000 тонна бесән һәм 4000 тонна сенаж әҙерләнгән.

- Конгресс-холл артындағы май­­ҙан­да (Өфө амфитеатрында) «Симфоник төн» тип аталған концерт үтте. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары өс сәғәт буйы асыҡ һауала башҡорт, рус һәм сит ил симфоник көйҙәрен тыңланы. Тамаша­сылар араһындағы абруйлы ҡунаҡтар рәтендә республика етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов менән ҡатыны ла булды.

- БР Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡ белгестәрен әҙерләү өсөн Рәсәйҙең өс юғары уҡыу йорто менән килешеү төҙөгән. Улар араһында Рәсәй дәүләт аграр университеты, Горячкин исемендәге Механика һәм энергетика институты, Урал ветеринар медицина академияһы бар. Беҙҙең абитуриенттар өсөн ете маҡсатлы урын ҡаралған.

- “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” республика марафоны барышында Межгорье ҡалаһы Мәҙәниәт йылының символын ҡабул итте. Эстафетаны уларға Сибай делегацияһы тапшырҙы. Еңеү майҙанында «Ҡояш менән йылытылған байрам!» балалар өсөн конкурс-уйын программаһы, «Крис­талл» мәҙәниәт һарайы фойеһында Башҡортостандың милли аш-һыуы һәм «Кружевница», «Флорист» халыҡ студиялары, «Парта» өлгөлө студия ҡатнашыусыларының биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәләре ойошторолғайны.

- Белорет районында 12 йәшлек уҡыусыны йылан саҡҡан. Йылға буйында йөрөгән ҡыҙ, йыланды күрмәй, өҫтөнә баҫҡан. Темпера­тураһы күтәрелеп, хәле насарайып киткән ҡыҙ ашығыс рәүештә Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһына оҙатылған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға