06.06.2014 Һайлауҙар ваҡытынан алда үтәсәк
Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда – 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Был ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында ҡабул итте. Башҡортостан Президентының вәкәләттәре 2015 йылда бөтөргә тейеш ине.
Осрашыуҙа республика башлығы: «Кешеләрҙең ҡарашын һайлауҙарҙа, уларҙан эшебеҙҙе нисек баһалағандарын һорап, белергә мөмкин. Шуның менән бәйле минең һеҙгә, Владимир Владимирович, бер үтенесем бар: көҙгөһөн үтәсәк Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн ваҡытынан алда отставкаға ебәреүегеҙҙе һорайым», – тип мөрәжәғәт итте.
– Иҡтисад һәм социаль өлкә үҫешендә ыңғай динамиканы иҫәпкә алып, һеҙҙә эшһеҙлек түбән кимәлдә һәм бөтә социаль параметрҙар етерлек юғары кимәлдә кеүек. Һеҙҙең быйыл да, киләһе йыл да еңеүгә бөтә мөмкинлектәрегеҙ бар һымаҡ тойола. Әммә, әгәр һеҙгә ниндәйҙер төшөнсәләр буйынса быйыл һайланыуығыҙ уңайлыраҡ булһа, мин быға ҡаршы түгел, – тине Рәсәй Президенты.
Республика ҡануниәтенә ярашлы, хәҙер Рөстәм Хәмитов Башҡортостан башлығы һайлауҙарында ҡатнаша ала. Республика Президенты 28 апрелдә үткән матбуғат конференцияһында киләсәк төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашырға ниәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйне. Быны ул үҙ фекеренсә һәр кандидат яуап бирергә тейешле өс ҡушымтанан – халыҡтың һәм Рәсәй Президентының хуплауынан һәм дәғүәсенең кешеләр мәнфәғәтенә эшләргә теләгенән сығып әйтте.