«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Көслө ҡойондар буласаҡ



23.05.2014 Көслө ҡойондар буласаҡ

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Антистихия” үҙәгендәге конференцияла беҙҙең төбәккә “оҡшамаған” фараздар яңғыраған. Тәбиғәт күренештәрен өйрәнеүсе белгестәр күҙаллауынса, алда­ғы бер нисә йылда Башҡортостанда көслө ҡойондар, ҡойма ямғыр­ҙар булыуы ихтимал.
Ошондай уҡ көн торошо Алыҫ Көнсығыш, Себер, Пермь крайына ла янай. Быларҙың барыһы ла бөгөн күп һөйләнгән климаттың глобаль үҙгәреүенә бәйле.
“Антистихия” үҙәге тотош Рәсәй өсөн дә яҡшы фараздар әйтмәй. Киләһе 50 йылда миҙгел ҡойондары илебеҙҙә ғәҙәти күренешкә әүереләсәк, имеш.
Бар икән күрәһеләр…
А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға