«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар, яңы рубрика – “Bashkort 2.0”



17.05.2014 Иғтибар, яңы рубрика – “Bashkort 2.0”

Һөйөнсө, гәзитебеҙҙә өр-яңы рубрика старт ала – “Bashkort 2.0”! Был проект – заман менән бергә атлаған, яңыса фекерләгән, белем артынан сит илгә сығып киткән башҡорт йәштәре хаҡында. Проект ғинуарҙа социаль сел­тәрҙәр­ҙә башланғыс алды. Уны уйлап табыусы һәм тормошҡа ашырыусы Эльвира Моталова, Башҡортостанда тыуып үҫеп, хәҙер ер шарының төрлө төбәктәрендә – Европа, Америка, Азия, Австралия ҡитғаларында һәм Рәсәй мегаполистарында йәшәгән алдынғы, эшлекле егет-ҡыҙҙарҙы таба һәм улар менән әңгәмә ҡора. Төрлө ерҙә ғүмер кисергән башҡорттарҙың нисек маҡсат­ҡа ирешеүен, ваҡытты дөрөҫ уҙғарыу хаҡындағы кәңәштәре генә түгел, аҡыллы фәлсәфәһе, бөгөнгө йәшәйешебеҙгә тәрән һәм дәлилле байҡауы диалог форматында яҡтыртыла. Мил­ләт­тәш­тәребеҙ, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, оло ҡиммәткә эйә милли мәҙәниәтен килер быуынға аманат итеп тапшырырға тырыша. Проект­ авторына Гүзәлиә Тулыбаева ярҙам итә, ул – мөхәррир. Әүҙем яҙышыусылар – Фатима Янбаева һәм Фаягөл Юнысова.

Проекттың исеменә килгәндә, латин хәрефтәре менән яҙылған милләт атамаһынан тыш, 2.0 тигәне нимәне аңлата, тип һо­рар ҡайһы берәүҙәр. Хәҙер йәштәрҙе айфон, айпад кеүек әйберҙәрһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Заманса технологияның һәр яңы моделе яңы операция системаһына эйә. Улар 2.0, 3.0 йәки 4.0 версиялы тип билдәләнә. Ҡыҫҡаһы, был программасылар термины прогресты, яңырыуҙы аңлата.
Абруйлы белем алыуҙа бер-береңдән өлгө алыу, киләсәгебеҙҙе планлаштыра белеү тормошобоҙҙа ныҡлы урын алырға тейеш. Шул саҡта ғына аҡыллы, лайыҡлы алмашсы булырҙай, сит илдәр менән файҙалы шарттарҙа хеҙмәттәшлек итеүсе, сәләмәт тормош алып барыусы илһөйәрҙәр тәрбиәләйәсәкбеҙ. Bashkort 2.0 ул – яңы заман талаптарына һәм стандарттарға яуап биреүсе милләттәштәребеҙ хаҡында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға