«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәйҙә – 40 тапҡыр тиҙерәк



02.05.2014 Рәсәйҙә – 40 тапҡыр тиҙерәк

Рәсәйҙә – 40 тапҡыр тиҙерәкБыл һанды күреп, беҙҙең илдә иҡтисад шундай тиҙлектә үҫе­шә икән, тип уйлап ҡуймағыҙ. Рәсәйҙә 2014 йылдың беренсе кварталында аҙыҡ-түлеккә күтәрелгән хаҡ тураһында һүҙ. Дөйөм алғанда, барлыҡ хаҡтар Европа Союзы илдәренә ҡарағанда – 23 тап­ҡыр, аҙыҡ-түлек кәрзинен (иң мөһим ри­зыҡтар) алғанда, 40 тапҡырға тиҙерәк үҫкән.
Евросоюзда аҙыҡ-түлек бер айҙа уртаса 0,1 процентҡа ҡиммәтлән­һә, арзанайыу күрһәткесе – 0,3 процент. Рәсәй статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, беҙҙәге үҫеш йыл башынан – дүрт процент. Сәбәп – һумдың тегеләй-былай “һелкенеү”ендә. Айырыуса импорт ризыҡтарға хаҡ арта. Моғайын, икенсе кварталдағы һөҙөмтәләр ҡулланыу ихтыяжының кәмеүен күрһәтер. Был әҙерәк ашай башлауыбыҙҙы аңлатамы икән?

“Ньюс.ру” (NEWSru.com) сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға