«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Парламентарийҙар ер тураһындағы законға үҙгәреш индерҙе



23.11.2010 Парламентарийҙар ер тураһындағы законға үҙгәреш индерҙе

Дөйөм өлөшләтә милек ерҙәре инвестициялар өсөн ылыҡтыр­ғыс түгел. БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, ер закондарын камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм ағзаһы Мәүзир Латипов ер мәсьәләләре буйынса уҙғарыл­ған «түңәрәк өҫтәл»дә:
– Минең 7 мең гектар ерем бар. Шуның өс меңен пайсылар­ҙан ҡуртымға алдым. Һәм нәҡ ошо ер өлөшө – проблемалы. ҡуртым килешеүен 11 йылға төҙөгәйнек. ҡуртым ваҡыты күрһәтелде, әммә беҙҙә пайсыларға күпме түләргә икәнлеген билдәләүсе структура юҡ. Шуға күрә лә ундай ерҙәрҙә эшләүе ҡыйын, – тине.
Уның һүҙҙәренсә, эшсе төркөм ултырышында «Башҡортос­тан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тура­һында»ғы законға үҙгәрештәр индереү буйынса проект эшләнгән. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән ауыл хужалығы продукцияһын алыу өсөн барлыҡҡа килтерелгән яңы ер участкаларының (асыҡ ерҙәр­ҙең) иң бәләкәй күләме (дөйөм өлөшләтә милектә торғандарынан тыш) 50 процент тәшкил итә.
БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы вәкиле Алексей Гнездин, әгәр өлөшләтә милек ағзаһы үҙенең ер өлөшөн һатырға теләһә, ул башҡа өлөшләтә хужалар йәки ауыл хужалығы ойошмалары менән килешеү төҙөй ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бының өсөн БР Хөкүмәтенә һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына мөрәжәғәт итмәһәң дә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға