«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бер сәғәткә – артҡа



11.04.2014 Бер сәғәткә – артҡа

Бер сәғәткә – артҡаҠайҙан ғына Дмитрий Медведев “ҡышҡы ваҡыт”ты алып ташлатты! Ул тема хәҙер шут ролен үтәгән кеүек, ялп итеп килә лә сыға. Бына тағы РФ Дәүләт Думаһы депутаттары шуға тотонмаҡсы. Әйткәндәй, Сочи Олимпиадаһынан һуң был мәсьәләне ҡарарға вәғәҙәләгәйнеләр бит. Тик оҙағыраҡ ваҡыт үтеп китте, әле килеп, бер йөҙләгән парламентарий, сәғәт телен 60 минутҡа артҡа күсереү тураһында закон проектын уҡырға теләк белдереп, ҡул ҡуйған. Киләһе аҙнала ныҡлап өйрәнергә тейештәр. Уның нимәһен уҡып тораларҙыр инде?! Был тема һәр ярты йыл һайын телгә алына. Закон проектын тиҙ генә уҡып, йәйен үк “ҡышҡы ваҡыт”ҡа күсерергә йыйыналар, тиме шул. Хәтерем яңылышмаһа, 2011 йылдан бирле Рәсәй ниндәй ваҡытта йәшәргә икәнен билдәләй алмай ҡаңғыра. Ҡалһа, әлегеләй ҡалһын да ҡуйһын, ҡараңғыла йөрөп өйрәндек бит инде.

“Известия” гәзите сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға