11.04.2014 Иҫтәлеккә ҡалды
Беҙ, элекке быуын кешеләре, һәр ваҡыт үткәндәрҙе иҫкә төшөрөргә яратабыҙ. Сөнки совет осоронда бөтә халыҡ эш менән мәшғүл булды. Ул ваҡытта, һин ҡарт, йәш, тип айырып торманылар, халыҡ үҙе лә берҙәм, тырыш ине. Нисек кенә ауыр булмаһын, хеҙмәт алдынғыларын ҙурлай белделәр. Беҙҙең Мәләүез районында элек шәкәр сөгөлдөрө күпләп сәселде, хатта һәр бер йорт башына уны эшкәртеү мәжбүри ине. Йәйге эҫелә утау, көҙөн ямғыр аҫтында сөгөлдөр таҙартыу хәҙер тарихта ғына ҡалды.
Беҙҙең уңған сөгөлдөр үҫтереү алдынғыларына орден-миҙалдар бирҙеләр, уларға хөрмәт күрһәтелде. Шуларҙың иң иҫтә ҡалғаны беҙҙең механизаторҙарҙың «Звездный» ҡаласығына экскурсияға барып, космонавтар менән бергә фотоға төшөү булғандыр. Ошо фотоға 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән, бәлки, Башҡортостандың башҡа райондарынан булғандар фотола үҙҙәрен йә туғандарын таныр. Беренсе рәттә совет космонавтары. Икенсе рәттә һулдан өсөнсө – Ғәйнетдин Килдебаев, өсөнсө рәттә уңдан бишенсе – Ғәйфулла Хисмәтуллин, уңдан алтынсы – Петр Кириллов, сөгөлдөрсө механизаторҙар.
Миңзәлә САНГИШЕВА.
Мәләүез районы,
Эткөсөк ауылы.