«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



28.03.2014 Өс һөйләм менән

Былтыр сәсеү эштәрен башҡарыуға республика ҡаҙнаһынан 1,4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлен­һә, быйыл 1,6 млрд һум тотоноласаҡ. Үҫемлекселек өлкәһендә субсидиялар күләме 840 млн һум булһа, техника – 240 млн, һөт етештереү – 300 млн, ужымдарҙы өҫтәмә туҡландырыу – 80 млн, орлоҡ һатып алыуға 110 млн һум ҡаралған. Дөйөм алғанда, сәсеү эштәрен субсидиялау күләме быйыл 14,3 процентҡа артҡан.

Быйыл республикала тәүге экологик өмә 12 апрелдә ойоштороласаҡ. Тораҡ пункттарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса өмәләр 17 майға тиклем барасаҡ. 6 июнгә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы экологик кампанияға йомғаҡ яһаясаҡ.

Көкөрт-водород газы йыйылыу һөҙөмтәһендә шишәмбелә, көндөҙгө сәғәт 12-се ярты тирәһендә Черниковка биҫтәһендә ер аҫтындағы йылылыҡ трассаһы шартланы. Трасса янында торған ике еңел машина зыян күрҙе, шулай уҡ бер кеше еңелсә йәрәхәттәр менән дауаханаға мөрәжәғәт итте. Йылылыҡ трассаһын тергеҙеү эштәре кискә ҡарай тамамланды.

Өфөлә Зорге урамы буйлап Шәфиев һәм Халтурин урамдары участкаһына яңы трамвай юлы һалынасаҡ – рельстар ныҡ һәм тауышһыҙ блоклы шпалһыҙ конструкцияға алмаштырыла. Был участкаға барлығы 253 млн һум сығым талап ителә. 2013 йылда ошондай уҡ технология менән Октябрь проспекты һәм Һ. Дәүләтшина урамы киҫелешендә рельстар яңыртылғайны.

Баш ҡала урамдарын карта ҡулланып ремонтлай башлаясаҡтар. Айырым соҡорҙо ямау урынына тотош юл полотноһын алып, яңыһын һаласаҡтар. Был ысул күпкә арзаныраҡ һәм карталар оҙағыраҡ эксплуатациялана, муниципаль предприятиелар яңы техниканы үҙләштереү өсөн үҙ аҡсаһына урта һәм бәләкәй форматтағы асфальт һалыусы машиналар һатып алырға тейеш.

Л. ҺИҘИӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға