«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хөкүмәт эшмәкәрлеге – теүәл күрһәткестәрҙә



28.03.2014 Хөкүмәт эшмәкәрлеге – теүәл күрһәткестәрҙә

Хөкүмәт эшмәкәрлеге – теүәл күрһәткестәрҙәХөкүмәттең былтырғы эш һөҙөмтәһе тураһында отчет буласаҡ, тип гәзиттең үткән һанында яҙғайныҡ инде. Президент Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһаны. БР Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – халыҡтың килемен күтәреү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, социаль хеҙмәттәр, торлаҡ, төҙөкләндереү, мөхит торошо, демографияның юғары кимәлен тәьмин итеү. Эшкә йомғаҡ яһағанда республика башлығы аныҡ һандарға туҡталды.

Балалар баҡсалары

Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Башҡортостан – бөгөн илдең тыуым үлемдән күберәк булған 22 төбәгенең береһе. Уҙған йылда республикала 59400 бала тыуған. Тәбиғи үҫеш – алты меңләп кеше.
Һуңғы өс йылда балалар баҡсаларына сират 2,5 тапҡырға кәмегән. 2013 йылда бәләкәстәргә 15 мең урын булдырылған. Әгәр 2011 йылда сиратта 33,5 мең бала торһа, былтыр был күрһәткес 14 мең тәшкил иткән. Быйыл тағы ла 11 мең урын әҙерләнә. Ә инде 2015 йылға өс йәштән ете йәшкәсә балаларҙың барыһы ла мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөйәсәге күҙаллана.

Һаулыҡ һаҡлау

Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу эше лә ярайһы яҡшы ойошторолған. Тармаҡҡа тотонолған сығымдар ҙа, 2012 йылдыҡына ҡарағанда байтаҡҡа артып, 45 миллиард һумға еткән.
Әйткәндәй, былтыр республика перинаталь үҙәктәрҙе үҫтереү буйынса федераль программаға ингән. Эштәр көйлө барһа, заманса объект 2016 йылға әҙер буласаҡ. Ә быйыл “Әсә һәм бала” (“Мать и дитя”) үҙәге эш башлай, шулай уҡ майҙа онкология сирҙәрен алдан билдәләргә мөмкинлек биреүсе Позитрон-эмиссия томографияһы үҙәге асыла.
Әлбиттә, белгестәрҙе хеҙмәт хаҡтары ла ҡыҙыҡһындыралыр. 2013 йылда тармаҡта уртаса эш хаҡы, 20 процент самаһына үҫеп, 21 мең һум булған. Табиптар айына 38 мең һум эш хаҡы ала, урта персонал – 19,5 мең һумғаса.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: былтыр “Ауыл табибы” программаһы буйынса 275 табип эш башлаған. 2012 йылдан барлығы 885 йәш белгес ауылға ҡайтҡан.

Хеҙмәт хаҡы һәм мәшғүллек

Хөкүмәт, ғөмүмән алғанда, бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу буйынса йөкләмәләрҙе үтәгән. Йән башына тура килгән аҡсалата килем (24041 һум) буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – бишенсе, илдә 21-се урында тора. Былтыр иһә шул күрһәткес үҫеше, Рәсәйҙеке менән сағыштырғанда, 2,5 процентҡа артығыраҡ булған.
Эш табыу тирәләй проблеманың да ыңғай хәл ителә барыуы күҙәтелгән. Йәнә бер һанға күҙ һалһаҡ, эшһеҙлектең кәмеүе күренә. Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны – 24 мең кеше. Тәҡдим ителгән вакансиялар ҙа эш эҙләүселәр һанынан ашып китә.
Мәғариф

Тормошто яҡшыртыуҙа белем биреүҙең әһәмиәте ҙур. Барығыҙ ҙа белә: был тармаҡта ла яңыртыу бара, шул маҡсатта үҙәк ҡаҙнанан да, республика бюджетынан да арыу ғына аҡса бүленә. Былтырғы суммаға килгәндә, дөйөм белем биреү системаһына 1,7 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Мәктәп­тәрҙең төҙөклөгөн тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, беҙҙә хәҙер капиталь ремонт талап ителеүсе биналар һаны 212-нән 111-гә ҡалған. Уҡыусы­ларҙы мәктәпкә ауылдарҙан автобустар йыйып килтерә. 2013 йылда 364 яңы автобус алынған. Бәлки, был юҫыҡта маҡтаныу артыҡтыр, сөнки байтаҡ бала бит мәктәпһеҙ ҡалғанлыҡтан сит ауылға йөрөп уҡырға мәжбүр. Бында автобус мотлаҡ кәрәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала 430 мең бала мәктәптә уҡый, шуларҙың 30 меңен автобус йөрөтә.

Халыҡҡа дөрөҫ
мәғлүмәт еткереү

Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, мәғлүмәттәрҙең халыҡҡа ваҡытында асыҡ еткерелмәүе арҡаһында бәхәстәр тыуыусан. Мәҫәлән, “Кроношпан” ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөлөшө менән шундай хәл. Кешеләргә был проекттың мөһимлеген әйтмәгәндәр, асылын асып бирмәгәндәр, ябай әйбер­ҙәр­ҙе аңлатмағандар. Һөҙөмтәлә инвесторға ла, власҡа ла протест белдерелә.
“Былай эшләргә ярамай! Кабинеттарҙа ултырырға түгел, ә кешеләр менән осрашырға кәрәк! Кеше мәнфәғәттәренә ҡағылған бөтә мәсьәләләр ҙә киң йәмәғәт тикшереүенә сығарылырға те­йеш”, – тине Президент.

Мәҙәниәт

Былтыр мәҙәни тормошта сағыу тип аталырға хоҡуҡлы эштәр, саралар байтаҡ булған. Шулар иҫәбендә – “Башҡортостанда тыуғандар” музыка проекты, “Театр төнө”, “Музей төнө”, “Китапхана төнө”, “Урал батыр” эпосы буйынса шоу-проект, грант буйынса төшөрөлөүсе “Визит”, “Етегән” фильмдары.
Әле байтаҡ бинала реконструкция эштәре дауам итә, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы яңыртыла, айырыуса балалар музыка мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән тәьмин итеүгә иғтибар бирелә. Шуның менән бергә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итеү яйы эҙләнә.
Мәҙәниәт йылына билдәләнгән бурыстар ҙа мәҙәни кимәлде күтәреүгә, рухиәтте байытыуға йүнәлтелгән.

Спорт

Былтыр республиканың биш меңдән ашыу спортсыһы төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, 1200-ө приз­лы урын яулаған. БР Хөкүмәте был юҫыҡта позицияны нығытыу өсөн спорт комплекстары, тренажер залдары, тау саңғыһы үҙәктәре, бассейндар төҙөүгә иғтибар бүлә.
Былтыр ете физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Туймазыла спорт-боҙ комплексы, Нефтека­мала ябыҡ каток, Баймаҡта саңғы базаһы, Белоретта “Морат” тау саңғыһы базаһының тәүге сираты асылған. Финанс сығанағы булып, республика бюджеты менән бер рәттән, предприятиелар, хәйриә ойошмалары ла ҡатнашҡан.

Торлаҡ-коммуналь
хужалыҡты яңыртыу

БР Хөкүмәте эшмәкәрлегенең мөһим бер йүнәлеше – торлаҡ-коммуналь комплексты модернизациялау. Былтыр был маҡсатта бюджеттан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
2011 йылдан ауыл берәмектәренә биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн квартал һайын 100-әр мең һум аҡса йүнәлтелә. Әгәр алты меңдән ашыу кеше йәшәй икән, әлеге сумма 150 мең һум тәшкил итә.

Ауыл хужалығы

Тармаҡҡа ил һәм республика бюджетынан 7,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Ул 2012 йылғы сумманан күберәк. “500 ферма” программаһы малсылыҡ үҫешенә булышлыҡ итте. Унда ҡатнашыусы хужалыҡтарҙа 130 ферма төҙөкләндерелде, уларҙа етештереүсәнлек тә артты.
Хөкүмәт артабан да ауыл эшсәндәренә булышлыҡ итеү сараларын күрәсәк.

Власть халыҡ өсөн эшләй

“Асыҡ республика” проектына ярашлы, былтыр “БР власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе” порталы эш башланы. Хәҙер халыҡ үтенес-һорауҙары менән туранан-тура етәкселеккә сыға ала.
Хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре урын­дар­ға сығып, халыҡ менән осрашыуын быйыл да дауам итәсәк.
Бөгөн республика власы вәкилдәре бөтә Рәсәй кимәлендә лә ярайһы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Иң мөһиме – кеше өсөн эшләү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға