28.03.2014 СССР-ҙы тергеҙеп булмаһа ла, матур йолаларын кире ҡайтарырға мөмкин
йәки Ныҡлы аҙымдары өсөн илебеҙ Президентының баһаһы күтәрелде
Рәсәйҙең географик картаһы үҙгәреү шатлығы дауам итә. Карта ғынамы, беҙҙең көнитмешебеҙ башҡаса буласаҡ хәҙер, сәйәсәтебеҙ икенсе төрлөрәк алып барыласаҡ, тарихыбыҙ бүтәнсәрәк яҙыласаҡ. Илдең 83 субъектына тағы икәү ҡушылыуы шым ғына үтеп китмәй инде ул. Шуны теләйек: үҙгәрештәр тик яҡшыға булһын, әлеге Рәсәй киңлектәрендә борондан йәшәүсе аҫабалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын. Ҡырымды кире ҡайтарып алыу арҡаһында көнбайыштың беҙгә төбәлгән “утлы” ҡарашы һүнһен. Әйҙә, ана, Украиналағы хәл-торошто яйлаһындар, халҡына зарар килтермәй генә Европа союзына барып инһендәр. Рәсәй бөгөн шатлыҡ тойғоһона күмелгән.
Ғөмүмән, беҙҙең ил өсөн йыл башынан алып ҡыуанырлыҡ ваҡиғалар булды. Шул ҡыуаныстың икәүһе – Сочиҙа үткән 22-се Олимпия уйындарында һәм Паралимпиадала еңеү. Был тәңгәлдә һәр төбәктең үҙ геройы бар. Тап шулар менән ғорурлыҡ, ҙур еңеүҙәргә һоҡланыу спортҡа, сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш. Сәйәсәт менән спорт араһы әллә ни яҡын булмаһа ла, спортҡа ылыҡтырыу дәүләт билдәләгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә торһа, насар түгел. Киреһенсә, спорт ул барыһы ла – һаулыҡ та, сәләмәт тормош та, маҡсат та, ныҡышмалылыҡ та, уңайлы мөхит тә.
Көнбайыш Рәсәйҙә көсһөҙ быуын үҫкәнен көтәлер ҙә ул…
Спорт тигәндән, хәҙерге замандың юғары технологиялары күп кешене “ултыртып” ҡуйҙы. Йәғни ҡул көсө бөттө тиерлек, беҙ әҙ ҡыбырлайбыҙ. Айырыуса үҫеп килгән быуындың компьютер артына ныҡлап “урынлашыуы” уйландыра. Әлбиттә, байтаҡ ата-әсә быға бигүк кире ҡарашта түгел, компьютер артында бала күп нәмәгә өйрәнә, тигән фекерҙә улар. Хәҙер дәресте лә тап шул рәүешле әҙерләйҙәр, шикелле. Йәш быуын “хәрәкәттә – бәрәкәт” икәнен онотоп бара кеүек. Физкультура дәрестәренән “азат ителгәндәр” күп. Ни өсөн? Сөнки сәләмәтлеге насар. Был хәл етәкселек тарафынан битарафыраҡ ҡабул ителеп килде лә, бәлки, ваҡыт яғы самалы булғандыр – иҡтисадты үҫтереү ҙә мөһим бит, хәҙер спортҡа, сәләмәт тормошҡа иғтибар артырға тора.
Ил башлығы Владимир Путин бер кәңәшмәлә, йәш быуындың йыш сирләүенә, күп халыҡты йәлеп иткән спорт сараларының һирәк үтеүенә, бигерәк тә балалар спорты тирәләй хәл-тороштоң әллә ни үҙгәрмәүенә туҡталып, СССР ваҡытында бик популяр булған ГТО системаһын кире тергеҙеүҙе кәрәк тип табыуын белдерҙе. Физкультура әҙерлеге буйынса был программа, әлбиттә, яңы нормативтар менән яңыса форматта буласаҡ. Әммә маҡсаты шулай уҡ ҡала: үҫеп килгән быуындың, ғөмүмән, халыҡтың һаулығын нығытыу.
ГТО нормативтары быйыл 1 сентябрҙән индереләсәк. Ошо турала Президенттың указы ла сыҡты. Нигеҙендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (“Готов к труду и обороне”) һүҙҙәре ятҡан программа арҡаһында заманында әллә нисәмә быуын һау-сәләмәт кеше үҫкән. Уны тергеҙеү Ватаныбыҙҙың яҡшы йолаларына ихтирам да булыр ине. Бөйөк ил тарҡалыу менән юҡҡа сыҡҡан байтаҡ йәшәйеш ҡанунын, ысынлап та, ҡабаттан тергеҙеү дөрөҫөрәк. Үҙебеҙҙе ситтәрҙең йәшәү рәүешенә яраҡлаштырғансы, тим дә.
Әҙер, бөтәһенә лә әҙер
ГТО нормалары тарихына килгәндә, ул физик культура һәм патриотик тәрбиә биреү маҡсатында 1931 йылдан 1991 йылғаса ғәмәлдә булған. 10 йәштән 60 йәшкә тиклемге граждандарға тәғәйенләнгән, һәр төркөмгә ҡарата талаптар билдәләнгән. Йылдар дауамында үҙгәрештәр индерелеп, ғәмәлдә ҡалыуҙан туҡтаған саҡта ул биш йәш категорияһынан торған, нормаларға ярашлы йәтеш кенә лозунгылар ҙа табылған: “Ҡыйыуҙар һәм йылғырҙар” (10 – 13 йәшлектәр өсөн), “Спорт алмашсыһы” (14 – 15 й.), “Көс һәм батырлыҡ” (16 – 18 й.), “Физик камиллыҡ” (ир-егеттәр 19 – 39 й., ҡатын-ҡыҙҙар 19 – 34 й. ), “Дәрт һәм һаулыҡ” (ир-егеттәр 40 – 60 й., ҡатын-ҡыҙҙар 35 – 55 й.). Йүгереү, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереү, йөҙөү, туп бәреү, саңғы уҙышы, турникта күтәрелеү, атыу, велокросс, туристик поход кеүек ябай ярыштар ҡаралған булған. Норматив тапшыра алмаусылар һирәк булғандыр.
Бөгөн Рәсәй донъяға үҙенең спорт яратыуын, ҡысҡырып һөйләрлек ҡаҙаныштарға ирешә алыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлағас, ГТО-ны тергеҙеүҙең әһәмиәтле икәне лә аңлашылалыр. Беҙгә позицияны артабан да тоторға кәрәк. Олимпиадаларҙа еңеүҙән һуң, федераль каналдарҙан, мәғлүмәт сығанаҡтарынан еткереүҙәренсә, бөтә ил малай һәм ҡыҙҙары, йәштәре ҡапыл ғына спорт менән ҡыҙыҡһына башлаған. Был ысынында ла шулай булһын ине. Хәҙер иң мөһиме – урындарҙа спорт менән шөғөлләнеүгә шарттар булдырыу, уларҙы ғәм халыҡ инерлек итеү. Шул саҡта киләһе быуындарҙың интернет ҡоло булып, тәүлегенә 10-ар сәғәтләп компьютерға текләп ултырыуынан да ҡотолор инек. Яңы программа алты йәштән алып башлана, барлығы 11 категория булыуы күҙаллана.
Шуныһы ла мөһим: РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов белдереүенсә, 2015 йылдан ГТО һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына ингәндә БДИ мәрәйҙәренә өҫтәп ҡушыласаҡ.
“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” һүҙенән төҙөлгән бит ГТО. Эш һөйөүсән балалар үҫһә, илгә насармы ни? Юҡһа, “ҡара эш”кә тигән булып, гастарбайтерҙар менән тултырҙыҡ бит Рәсәйҙе. Оборона иһә Тыуған илде һаҡлау менән бер тамырҙан. Әрме көслө, һәр нәмәгә әҙер, сәләмәтлеге ныҡ һалдаттар менән тулы булһа, беҙгә лә тынысыраҡ. Нескә, сирле егеттәр Ватанын нисек һаҡлаһын? Дошман юҡ ҡына ерҙән дә хасил була ул, һаҡлыҡ ҡамасауламаҫ. Ана, әле ҡәрҙәш славяндар ҙа ғауға сығарып ята, бер-береһен “москаль” тип мыҫҡыллап. Хәйер, славяндар ғына түгел, бүтән бер диндәш, бер ерҙәш халыҡтар ҙа тыныс түгел.
ГТО-ны ғәмәлгә индереү өсөн ни бары 1,2 миллиард һум аҡса кәрәк. Уны Сочиҙағы уйындарға һалынған аҡсанан алырға мөмкин. Вице-премьер Дмитрий Козак, ойоштороу комитетының килеме сығымдан 1,5 миллиард һумға артыҡ, тине бит. Аҡса һәр саҡ кәрәк инде ул. Әле Ҡырым менән Севастополгә байтаҡ һалаһы бар. Билде биштән быуырға тура килмәгәйе. Шулай ҙа спортҡа йәл түгел. Нимәһе насар: теге йәки был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн ингән бер ерҙә аҡса һорай башлағайнылар. Бында ла, минеңсә, совет осорондағы, балаларға – бушлай, тигән принципты кире ҡайтарыу дөрөҫөрәк.
“Олимпиада менән Паралимпиада беҙҙең донъяла спорт лидерҙары рәтенә кире ҡайтыуыбыҙҙы күрһәтте, шуға ошо юғары статус ҙур яуаплылыҡ та талап итә. Тәү сиратта спорт, сәләмәт тормош, әүҙем хәрәкәт ҡиммәттәрен бөтәһе өсөн дә таратыу иғтибарға лайыҡ. Бында тотош йәмғиәттең ҡыҫылышы кәрәк”, – тине Владимир Путин. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта башлығыбыҙ үҙ һүҙен бик тә уйлап һөйләй, беҙҙе яратмаусыларға ла ҡаты итеп яуап бирә. Ул Рәсәйҙе, ысынлап та, ҡеүәтле, бойондороҡһоҙ итергә тырыша. Көнбайыштың асыуын ҡабарта бының менән. Эйе, беҙҙе, йәғни Рәсәйҙе Америка йырын йырларға йыйынған бала итеп күрмәй торһондар әле.
Шулай, Рәсәйҙә сәйәси тормош та үҙ урынында, спорт та ситтә ҡалмай, хәҙер бына Мәҙәниәт йылында ла ҙур эштәр башҡарылып ҡуйыр. СССР-ҙан ҡалған матур мәҙәни йолалар ҙа тергеҙелер, бәлки. Әлбиттә, иҡтисад тирәләй күп һорау тыуа. Шулай ҙа бөгөн кем үҙен, мин үтә насар йәшәйем, мин хәйерселектә көн итәм, тип әйтә ала? Егәрленең, ҡулы эш белгәндең донъяһы һәр саҡ бөтөн.
Әйткәндәй
Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәк белдереүенсә, 2014 йылдың 13 мартына ҡарата Президент Путиндың рейтингы һуңғы өс йылда үҙенең “максимум”ына, йәғни иң юғары нөктәһенә етеп, 71,6 процент тәшкил итә. Ил халҡының тап шул самаһы Владимир Владимировичтың эшмәкәрлеген хуплай.
Уның тураһында бер нисә факт та телгә алына.
12 йылда Владимир Путин Рәсәй бюджетын 22 тапҡыр арттырған. Хәрби сығымдарҙы – 30, алтын-валюта резервын – 48, Эске тулайым продукт (ВВП) кимәлен 12 тапҡырға күбәйткән.
256 файҙалы ҡаҙылма ятҡылығын Рәсәй юрисдикцияһына ҡайтарған. Тағы өсәүһен генә ҡайтараһы ҡалған.
Нефть сәнәғәтенең – 65, газдың 95 процентын национализациялаған.
Сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын күтәреүгә өлгәшкән.
Бюджет тармағында эш хаҡын – 18,5, уртаса пенсия күләмен 14 тапҡырға арттырған.
Тап Путин башланғысы менән депутаттарға сит илдә иҫәп асыу тыйылған. Дөрөҫмөлөр-юҡмылыр, моғайын, икегә икене ҡушып, үҙегеҙ һығымта яһай алырһығыҙ. Ыңғай яғын да күрәйек әле бер.
Ошоларға өҫтәп, Сүриә проблемаһын да индерергә кәрәк. Беҙҙең ил башлығы фекерен иҫәпкә алып, унда бөгөн НАТО ғәскәрҙәре хакимлыҡ итә алмай. Йәнә килеп, ҡырымдарҙың бөткөһөҙ рәхмәтен алды.