«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа тарихи ваҡиға булды”



21.03.2014 “Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа тарихи ваҡиға булды”

“Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа тарихи ваҡиға булды”Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәй составына инеүенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
«Бөгөн беҙҙең күҙ алдында тарихи ваҡиға булды: Рәсәй Федерацияһы составына үҙ аллы субъекттар сифатында Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы ҡабул ителде. Һәм Башҡортостанда меңәрләгән кеше, һис шикһеҙ, был ҡарарҙы хуплай».
Республика башлығы билдәләүенсә, «беҙҙең республика Федерация субъекттары ара­һында беренселәрҙән булып Ҡырым халҡына улар өсөн ауыр һәм һынылышлы ваҡытта ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдерҙе. Украина дәүләте менән беҙҙең бәйләнеш электән килә һәм уртаҡ тарихыбыҙ бар. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында данлыҡлы юл үткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Башҡор­тостан һәм Украина халыҡтары араһында ҡаҡшамаҫ бәйләнештәр, фа­шизмды еңеүгә индергән берлектәге ҙур өлөш тураһында яугирҙарҙың «Яуҙарҙа тыуған дуҫлыҡ» хаты һаҡланған.
Рөстәм Хәмитов түбәндәге һүҙҙәрен дә еткерҙе: «Рәсәй составына Ҡырым менән Севастополде ҡабул итеү Рәсәй дәүләтселеге үҫешендә яңы бит аса. Ил Президенты үҙ сығышында ошоға ҡағылышлы бөтә һорауҙарға, шул иҫәптән Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт оппоненттарыныҡына ла бик төплө яуап бирҙе. Губернаторҙар корпусының бөтә вәкилдәре дәүләт башлығы әйткән һәр һүҙҙе берҙәм хупланы. Беҙ Рәсәй Федерацияһы субъекттары рә­тенә Ҡырымды һәм Сева­стополде ҡабул итеү тураһындағы ҡарарҙы ҡыуанып ҡабул итәбеҙ һәм яңынан ҡайтарыл­ған Рәсәй территорияһында ғәҙәти тормошто яйға һалыуҙа ватандаштарыбыҙға артабан да әүҙем ярҙам итергә әҙербеҙ».

Әйткәндәй

Башҡортостан халҡы Ук­раиналағы хәл-ваҡиғаларға тәрән борсолоу белдереп, «Көнсығышҡа походты туҡтатайыҡ!» тигән саҡырыу менән бөтә халыҡ йыйыны уҙғарҙы.
БР Халыҡтары ассамблеяһы ойошторған был сарала ете меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Майҙанға студенттар, эшләүсе йәштәр, ижтимағи, милли, ветеран, спорт ойошмалары вәкилдәре сыҡты. Араларында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бар ине.
Өфөләге митинг әлеге ваҡиғаларға бәйле сараларҙың тәүгеһе түгел – Ҡырымда референдум уҙғарыу көнөндә лә баш ҡала халҡы урамға сыҡҡайны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға