«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Коррупцияға ҡаршы совет составында үҙгәрештәр



21.03.2014 Коррупцияға ҡаршы совет составында үҙгәрештәр

Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса совет составына һәм уның президиумына Рәмил Дил­мөхәмәтов (Президент Хаки­миәте етәксеһе урынбаҫары) менән Рәмил Исҡужинды (БР Йәмәғәт именлегенең ведомство-ара советы секретары) индерҙе.
Ошо уҡ ваҡытта Президент Хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары Фидус Ямалетдинов һәм вице-премьер Марат Мәһәҙиев совет составынан сығарылды.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса совет 2011 йылдың 9 февралендә ойошторолған. Уның рәйесе – БР Президенты. Советтың төп маҡсаты – ришүәтселеккә ҡаршы дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеген координациялау.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға