21.03.2014 Башҡортостан Хөкүмәте йыл эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең 2013 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһаясаҡ. Сара киләһе аҙнаның шишәмбеһенә билдәләнгән.
Бынан тыш, парламентарийҙар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға булышлыҡ итеү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙаллай. Һүҙ етемдәргә медицина хеҙмәте күрһәтеү, һөнәри белем алыуға бәйле социаль ярҙам хаҡында барасаҡ.
Урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеген камиллаштырыуға ҡағылышлы закон проекттарын да ҡарайһы бар.
Башҡортостан депутаттары РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкинға “Рәсәйҙә инновация эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында” закон проектын уҡыуҙы тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итмәксе. Проекттың тәүге уҡыуы ике йыл элек булған. Бөгөн илдең иҡтисади үҫешенә иғтибар кәрәклеген иҫәпкә алып, законды ҡабул итеүҙе тиҙләтеү мотлаҡ, тигән фекерҙә беҙҙең депутаттар.