21.03.2014 Рәсәй сиге киңәйҙе
Ҡырым халҡы Рәсәйгә ҡушылыуҙы, кире ҡайтыу, тип атай
Үткән ялда Ҡырым ярымутрауы халҡы үҙ төбәгенең киләсәге өсөн тауыш бирҙе. Референдумда ҡатнашыусылар өсөн ике һорау әҙерләнгәйне: “Рәсәй Федерацияһы субъекты булып Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ризаһығыҙмы?” һәм ”Ҡырым Республикаһының 1992 йылдағы Конституцияһын тергеҙергә һәм Украина өлөшө булараҡ статусына ризаһығыҙмы?”. Һуңғы һорау автономия вәкәләттәрен киңәйтеп, Украина составында ҡалыуҙы күҙ уңында тотто. Һайлаусыларҙың 96,77 проценты (бер миллион да 233 мең кеше) беренсе һорауға “эйе” тип яуап бирҙе.
Референдум буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы сыҡты. Унда, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, Ҡырым Республикаһын, айырым статусҡа эйә булған Севастополь ҡалаһын суверенлы һәм үҙ аллы дәүләт тип танырға, тиелә. Һәм шул уҡ көндө Ҡырым, Севастополь етәкселеге, Рәсәй Президенты Ҡырымдың Рәсәй составына инеүе тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Владимир Путин Кремлдең Георгий залында ҙур телмәр менән сығыш яһаны. Унан һуң Мәскәүҙә, илдең башҡа төбәктәрендә лә, Ҡырымға теләктәшлек белдереп (инде нисәнсе мәртәбә), митингылар үтте. Ә был көн ярымутрау халҡы өсөн иҫ киткес әһәмиәтле байрам булды.
Шулай итеп, һаумы, Ҡырым, төклө аяғың менән Рәсәйебеҙгә!
Ҡырым ҡиммәткә
төшмәһен…
Ҡырымдағы референдум халыҡ-ара нормаларға тап килде, тип хәбәр итте Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Барак Обама менән телефон аша һөйләшкәнендә. Әлбиттә, халыҡтың был һайлауын ҡайһы бер ил башлыҡтары ҡабул итмәйәсәген белдерҙе. Шул иҫәптә АҠШ, Грузия, Япония, Евросоюз илдәре.
Барак Обама, мәҫәлән, тауыш биреүҙе Украина Конституцияһын боҙоу тип атай. Ә Юғары Раданы баҫып алып ултырған “евромайҙан”сыларҙың аҙымы һуң? Унда бит әле закон буйынса һаман Виктор Янукович президент булырға тейеш.
Ҡырымдағы үҙгәрештәр Рәсәйгә сит илдәр тарафынан күп кенә санкциялар менән янай. Бөгөндән үк илебеҙҙең ҡайһы бер юғары вазифалы кешеләрен Европаға индермәү тураһында һүҙ йөрөтәләр. Бәғзе дәүләт компанияларына юл ябыу менән өркөтәләр. Төпкәрәк төшөп тикшергәндә, беҙҙең илгә санкциялар донъя көрсөгөнә килтерәсәк. Әлегә АҠШ менән уның эйәрсендәре был хаҡта уйламаған була.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек советы һуңғы ике аҙнала ғына алты тапҡыр кәңәшмәгә йыйылды. Унда Украиналағы хәл-торошто тегеләй ҙә күҙаллап ҡарайҙар, былай ҙа.
АҠШ-та иһә әле Украина хөкүмәтенә барып ултырған “евромайҙансы” Арсений Яценюктың Барак Обама менән йәнле әңгәмәһен “сәйнәйҙәр”. Ошо көндәрҙә үк Украинаның Евросоюзға ҡушылыуы хәл ителмәксе.
Һәр хәлдә, Ҡырым референдумы, ул төбәкте Рәсәйҙең яҡлауы Көнбайышты тертләтте. Дөйөм алғанда, төрлө илдәрҙә уларҙың составына ингән төбәктәрҙә лә референдумдар көтөлә. Мәҫәлән, Шотландия күптән бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында хыяллана. Бөйөк Британия “ҡанаты аҫтынан” сығыу, быйыл көҙ үтәсәк референдумда күпселек тарафынан ыңғай тауыш йыйылһа, мөмкин буласаҡ.
Испанияның Каталонияһы ла үҙ аллы булырға теләй. Ул илдең иң бай төбәге. Ноябрь һайлауҙарына тиклем ҡурҡыныс хәлдәр булмаһа, Каталония халҡы бойондороҡһоҙлоғон бер яҡлы рәүештә лә иғлан итәсәге тураһында белдерә. Йәғни уларға Испания хөкүмәтенең хуплауы ла кәрәкмәй.
Яңы Каделония утрауы Францияның диңгеҙ аръяғы төбәге. Аҫаба халыҡ үҙ аллы булырға теләүен бола күтәреп тә, 1998 йылда референдум менән дә аңлатып ҡараған. Әммә әлегәсә хәл шул уҡ. Каделония 2019 йылға тиклем теләһә ҡайһы ваҡытта тағы бер тапҡыр бәхетен һынарға ниәтләнә.
Папуа – Яңы Гвинеялағы Бугенвиль автономиялы өлкәһендә бойондороҡһоҙлоҡ өсөн ҡанлы күтәрелештәр ҙә булып торған. Утрауға күп кенә вәкәләт биргән һәм бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында референдум вәғәҙәләгән килешеү бынан тиҫтә йылдан да элегерәк төҙөлгән булған. Гвинея властарына вәғәҙәләрен үтәү ваҡыты етте, буғай, һайлау 2015 – 2020 йылдар араһында көтөлә.
Шулай итеп, Ҡырым яңғыҙ түгел, донъяла үҙ һүҙен әйтергә теләүсе, ҡурҡмай әйтә алыусы төбәктәр бар әле. Улар демократик баҫҡыстар аша йыш ҡына яҡлаусыһыҙ ҙа үрмәләй. Ҡырымға ҡурҡырға кәрәкмәй, ул көслө һәм ғәләмәт ҙур ышыҡ тапты.
Беҙ оттоҡмо, Ҡырыммы?
Киевтан әйтеп ҡуйҙылар инде: ярымутрау күп осонһа, һыу, газ, электр энергияһын ябасаҡтар.
Газ Ҡырымда етерлек. Һыу менән электр энергияһына ҡарағанда, әлегә проблема юҡ. Тәбиғи яғыулыҡ запастары өс триллион кубометр иҫәпләнә, шулай булһа, йылына 10 миллиард ҡына алғанда ла, ул быуат ярым тотоноуға етәсәк. Газ электр энергияһы проблемаһын да хәл итәсәк. Бына һыу мәсьәләһе тураһында уйларға кәрәк. Әле унда Днепр һыуы төньяҡ Ҡырым каналы аша килә. Тауҙарҙа ла скважиналар, ҡар һыуы йыйыу өсөн ҡорамалдар ҡуйылған. Киев каналды бер нисек тә яба алмай, сөнки был Днепрҙы таштыра, күп тораҡ пункттарҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Ә Ҡырым иҡтисадының башҡа “тишек-тошоғон” ямарға арыу ғына миллион һум кәрәк. Бәлки, миллиардтарҙыр. Тиҙ генә үҫеш көтмәһәләр ҙә була. Әле беҙҙең илдең иҡтисады ла алға әллә ни етеҙ шарттарҙа китеп бармай. Һәр хәлдә, ярымутрау халҡына билен биштән быуып тырышырға тура киләсәк.
Ҡырымдың яҡшы курорт төбәге булыуын электән ишеткән бар, мәгәр ул яҡтарға юл төшмәне. Был тармаҡтағы табыш йылына миллиард доллар менән һанала, ти. Тик аныҡ сумма ысынында “ябыҡ мәғлүмәт”. Курорттарҙан тыш, “ҡырағай” туристар күп килә. Уларҙы Ҡырымдың киң күңелле халҡы үҙенә “һөҙөп ала”, йәғни фатирын, йортон ҡуртымға биреп тора. Бындай эшҡыуарлыҡ һалым инспекторҙарынан ситтә ҡала, бюджетҡа бер тин дә инмәй. Ойошҡанлы ял шарттары булдырыу өсөн ярайһы ҙур инвестициялар кәрәк. Киләсәктә Ҡырымды “Рәсәй Төркиәһе” йә “Рәсәй Мысыры” итергә тигән ҙур бурыс тора.
СССР тарҡалып, Украина айырылғас, Ҡырымдың элек данлыҡлы булған шифаханалары йүнле ремонт та күрмәгән. Рәсәй эшҡыуарҙары тотоп торғандары ғына “йәшәп ята”. Унда ла ял итеүселәрҙең 30 проценты – беҙҙең ватандаштар. Ә рәсәйҙәр ял итә белә. Шуға ла бөгөн Ҡырым курорттары алған килемдең 60 проценты тап беҙҙең ил халҡы ҡалдырған аҡса.
Ҡырым менән Ҡытай ҡыҙыҡһына. Улар Евпаторияла порт төҙөргә теләй. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡытайҙар килһә, ер емертеп эшләй ҙә ҡуя. Килешеү буйынса акваторияны тәрәнәйтеү, иген һаҡлағыс төҙөү күҙаллана. Порт бөтә ҡеүәтенә эшләп, унан 140 миллион тонналыҡ йөк үтһә, Ҡырым йылына 1,5 миллиард һум табыш аласаҡ.
Унан килеп, Ҡырымда рәсәйҙәр яратҡан шарап бар. Был сауҙаның хәле былтыр Рәсәй-Украина сигендә таможня күҙәтеүе ҡатыланыуы арҡаһында мөшкөлләнеп ҡалғайны-ҡалыуын. Беҙҙә алкоголгә акциз күтәрелеүе лә кире йоғонто яһағандыр. Шул ваҡытта ла Ҡырым Рәсәйгә былтыр 18 миллион шешә шарап һатҡан. Хәҙер ярымутрау үҙебеҙҙекенә әйләнһә, шараптарын күберәк алып эсербеҙме икән? Статистиктар билдәләүенсә, Рәсәй халҡы шарапты күберәк ҡуллана башлаған. Шулай булғас, ҡырымдарға нығыраҡ тырышырға тура киләсәк.
Дөйөм алғанда, белгестәр, Ҡырымды әллә ни “ашатырға” кәрәкмәй, ти.
Әйткәндәй
Рәсәй бөтәһенә лә кәрәк. Кемгәлер ҡул һуҙырға, кемгәлер иң терәргә, ә кемгәлер әрләргә. Һуңғыһын көнсөл илдәр булдыра. Үҙәк каналдарҙан күрһәтеүҙәренсә, Ҡырым халҡы, референдум һөҙөмтәләрен белеп, хатта шатлыҡтарынан илай-илай байрам итте. Күбеһе Рәсәйгә ҡушылыуҙы, илгә кире әйләнеп ҡайтыу, тип атай.
Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкинға Приднестровьеның Юғары Советы Рәйесе Михаил Бурланан мөрәжәғәт килеп төшкән. Унда әлеге төбәктең Рәсәй составына инеү мөмкинлеген ҡарау тураһында һорала.
Приднестровье СССР тарҡалған ваҡытта Молдавиянан айырылып сыға ла, үҙаллылыҡ иғлан итә. Ул саҡта ҡан ҡойоштар ҙа була. Әммә бойондороҡһоҙлоҡ халыҡ-ара кимәлдә хупланмаған. 2006 йылда төбәк Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референдум үткәргән дә ул, тик 97 процент тауыш “эйе” тигән яуап менән булһа ла, Молдавия ла, АҠШ та, Евросоюз да аяҡ терәп ҡаршы тора.
Хәҙер нисегерәк булыр? Беҙгә Приднестровье кеүек төбәк кәрәкме?