21.03.2014 Темәс ере – изге ер
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙоң Башҡортостандың үҙаллылыҡ –суверенитет яулаған дәүергә тура килеүе, профессор Марат ағай Ҡолшәрипов етәкселегендә «Автономия яулау юлында Темәс ауылының роле» тип аталған диплом эшен яҙыуыма этәргес көс булды. Тарих уҡытыусыһы булып эшләгән ваҡытымда ла автономия өсөн барған көрәш темаһы ҡыҙыҡһыныуымдың, эҙләнеүемдең төп йүнәлешенә әүерелде. Ысынлап та, Темәс һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы 1918 – 1919 йылдарҙа барған милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан. Өмөтбай мәктәбенең «Мираҫ» исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында туплаған экспонаттарым – граждандар һуғышында ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ Муса Садиҡовтың ҡыҙылармеец танытмаһы, 120 мм пушканың снаряд гильзаһы, реконструкцияланған винтовка макеты, «Максим» пулеметы лентаһы, трехлинейка винтовкаһы штыгы, кавалерия ҡылысы, һалдат котелогы, фляжкаһы – автономия өсөн барған көрәштең өнһөҙ шаһиттары.
Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт хөкүмәтенең 18-се ултырышында ҡабул иткән ҡарарын еткергем килә. Был ҡарарҙа Башҡортостан автономияһы байрамын Орск өйәҙенең төньяғында аҡҡан Күгиҙел йылғаһы буйында ойоштороу ҡаралған. Был урын Билал ауылы хакимиәте территорияһында аҡҡан Күгиҙел йылғаһы буйындалыр, тип фараз итә алабыҙ. Тик автономия көрәшендә дәррәү ҡатнашҡан төбәктә уның әүҙем халҡы менән байрамды үткәрергә йыйыныу тәбиғи хәл булараҡ ҡабул ителгән. Ҡыҙғаныс, автономия байрамын үткәрергә насип булмай…
Муса Мортазин үҙенең «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабында 1919 йылдың 18 февралендә Өмөтбай ауылы янында башҡорт ғәскәрҙәренең совет власы яғына сығыуын яҙа. Башҡорт халҡының батыр улы, комбриг Мортазин телгә алған урынды эҙләп тапҡым килде. Ниһайәт, ҡулыма 2013 йылда баҫылған «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» энциклопедияһының 288-се битендә рәссам Борис Пискуновтың 1930 йылда ижад иткән «Переход башкирских войск на сторону Красной Армии» картинаһы иғтибарымды йәлеп итте. Әгәр ҙә картинала һүрәтләнгән тауҙар теҙмәһен Өмөтбай ауылы янындағы Ҡуһаил, Ослотау, Әүлиә тауҙары фотолары менән сағыштырһаҡ, оҡшашлыҡ күҙгә ташланып тора. Пискуновтың картинаһын тарихсы Азат Ярмуллин 2012 йылда, «Акварель яҙ» күргәҙмәһендә осраҡлы рәүештә күреп ҡала. Ул картина тураһында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерә: «Был – башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыу мәлен һүрәтләгән берҙән-бер картина. Һүрәт 1930 йылда, Зәки Вәлидигә – «буржуаз милләтсе», ә ул етәкләгән Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә «контрреволюцион» тигән ярлыҡ тағылған осорҙа ижад ителеп, беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән ҡиммәтле. Картинаның авторы Борис Пискунов әлеге ваҡиғаның шаһиты булманымы икән? Әллә хөкүмәт ҡушыуы буйынса төшөргәнме? Рәссам башҡорт һалдаттарының ҡыҙылдар яғына шат йылмайып, бүректәрен күккә сөйөп яҡынлашып килгән мәлен һүрәтләгән. Был тарихи дөрөҫлөккә бер ҙә тап килмәй, әлбиттә. Беренсенән, ҡыҙылдарҙың башҡорт ғәскәрҙәрен ҡолас йәйеп ҡаршыламағанлығы тарихтан яҡшы билдәле. Икенсенән, башҡорт ғәскәрҙәре аҡ флаг тотҡан, һалдаттарҙың бүректәренә аҡ таҫмалар тағылған. Былар ҙа тарихи дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәй. Сөнки 1918 йыдың йәйендә үк башҡорт армияһының хәрби символикаһы, милли униформаһы барлыҡҡа килә».
Рәссам тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланған. «Хәтер» китабында Б. Пискуновтың 1888 йылда Польшала тыуыуы, рус милләтенән, урта белемле, партияһыҙ, «Башкирхудожник» йәмғиәте ағзаһы булыуы, 1937 йылда репрессияланыуы, 1938 йылда 58.10 статьяһы буйынса үлем язаһына хөкөм ителеүе тураһында яҙылған. Рәссам 1957 йылдың 17 октябрендә аҡлана.
Муса Мортазин Өмөтбай янында Башҡорт хөкүмәте менән бергә 540 ҡылысы, 600 баш аты, 4 пулеметы булған полктың 20-се Пенза дивизияһы оборонаһы зонаһында ҡыҙылдар яғына сығыуын билдәләй. Зәки Вәлиди, Башҡорт хөкүмәтенең һәм ғәскәрҙәренең совет власы яғына сығыуы тураһында 70-се һанлы бойороҡтоң теүәл ваҡыты 10 сәғәт, тип яҙа. Өмөтбай менән Темәс ауылдары араһы 18 саҡрым, тимәк, картиналағы ваҡиға иртәнге сәғәт 9-сы яртылар тирәһендә булған, тип фараз итһәк, хата булмаҫ. Тыуған ауылым Өмөтбай янында Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең хәл иткес ваҡиғаһы булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
Өмөтбай һәм Билал араһында Ҡыпсаҡ ауылы булған. Сиҙәм күтәреү кампанияһы башланғас, 1956 йылда ул бөтөрөлә. Ошо ауылдың көньяҡ-көнбайыш тарафында ятҡан яланды элек-электән халыҡ Эт атҡан яланы тип йөрөтә. Башҡорттар араһында борондан килгән йола бар – әгәр хужаның тоғро эте үлә ҡалһа, уның кәүҙәһен һарай нигеҙе янына күмгәндәр. Ул яман көстәрҙән, сихырҙан, бурҙарҙан һаҡлай, тип ышанғандар. Әгәр ҙә инде эт кешеләрҙең малына йоғона, хужаһына ынтыла икән, бындай хайуанды ситкә сығарып аҫҡандар йәки атҡандар.
Совет власы яғына сығыусы Башҡорт хөкүмәте, башҡорт ғәскәрҙәре большевиктар тарафынан тулы ышаныу, аңлау тапмай. Ул ғына ла түгел, Асҡарҙан аҡ казактарҙан ҡасып сигенеп килеүсе Смоленск полкы һалдаттары төбәктә үҙҙәрен оккупанттар кеүек тота, Ҡыҙыл, Һаҡмар үре башындағы ауылдарҙағы кешеләрҙе талай, хатта арба күсәрен майлау өсөн халыҡтан бал тартып алыу ҙа бер ни тормай. Бындай хурлыҡҡа түҙмәгән урындағы халыҡ вәкилдәре полкы Билал ауылында дислокацияланған Мортазинға ярҙам, ғәҙеллек һорап бара. 1919 йылдың 7-һенән 8 апрелгә ҡараған төнөндә Мортазиндың полкы Смоленск полкы талаусыларына һөжүм итә. Тарихыбыҙҙа «Төнгө алыш» тип аталған ваҡиғала Мортазин полкында пулеметсы булып хеҙмәт иткән Күгиҙел ауылы уҙаманы Ишмөхәмәт бабай (Мыйыҡ бабай) ҡатнашҡан, һуңғараҡ, донъялар бер аҙ именләнгәс: «Халыҡты ҡырған эттәрҙе аттыҡ», – тип һөйләр булған. Был урынды кешеләр Эт атҡан яланы тип йөрөтә башлаған. Әлбиттә, һуңынан властар был ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешеләрҙе, нахаҡ ғәйеп тағып, эҙәрләгән һәм язаға тарттырған. Мәҫәлән, ауылдашыбыҙ Сәлимгәрәй олатай Насировты, «Максим» пулеметын йәшереп тота, тигән нахаҡ ғәйеп тағып, 10 йылға Колыма төрмәһенә оҙаталар. Хәҙер ауылда Насировтарҙың тоҡомо ҡалмаған.
Башҡорт автономияһын яулауҙа Темәс төбәге төп роль уйнай. Ошо төбәктә автономия өсөн халҡым тәүге ҡанын ҡоя, азатлыҡ өсөн ҡорбан бирә. Совет власы тарафынан «Үҙәк совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһында килешеүе»н боҙоу Темәс төбәгендә Х. Үңәсов етәкселегендә ихтилал башланыуға килтерәсәк. Әйткәндәй, тап ошо ихтилал башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә еңеү менән тамамланған берҙән-бер ихтилал булараҡ властар тарафынан таныласаҡ. Тимәк, Темәс ере – изге ер.
Айҙар МӘЖИТОВ,
Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы.