«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Урал батыр”ҙың ауыҙ-тел варианты тере



28.02.2014 “Урал батыр”ҙың ауыҙ-тел варианты тере

Яңыраҡ Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Сарала ғалимдар, шағирҙар, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары һәм журналистар ҡатнашты. Кисәнең төп геройы “Урал батыр” эпосын уникаль ятлаусы Хәйбулла районынан 84 йәшлек Әсмә Усманова булды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева әйтеүенсә, оло йәштәге инәй­ҙең үҙенсәлеге – китаптан уҡып түгел, ә эпосты тәүсығанаҡтан, ҡарттарҙан нисек ишеткән, шулай килеш һөйләүҙә.
– Ғалимдар эпостың телдән-телгә тапшырылып, халыҡтың хәтерендә һаҡланып килгән вариантын табыуға өмөтөн өҙгәйне. Был хаҡта оҙаҡ йылдар ҡыҙыу бәхәстәр барҙы, – ти үҙе лә эпос­ты оҙаҡ йылдар өйрәнеүсе ғалимә.
Әсмә Усманова “Урал батыр”ҙы өләсәһе Мөъминә Хаҡҡолова-Таймаҫова һөйләүе буйынса һүҙмә-һүҙ хәтерендә һаҡлаған. 97 йәшкә саҡлы ғүмер итеүсе әбей ейәнсәренә барлыҡ һүҙ оҫталығын һеңдергән, Әсмә инәй 9 йәштән алып өләсәһенең барлыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын, ҡарһүҙҙәрен отоп алған. Шуныһы ҡыҙыҡ, “Урал батыр” эпосын уға бер кемгә лә һөйләргә тура килмәгән, сөнки һорап мөрәжәғәт итеүселәр булмаған.
Мәңгелек эпосты тәүге яңғырашта еткереүсе Әсмә инәй “Ҡош юлы” ансамблен ойошторған һәм етәкләгән, 30 комплекттан торған башҡорт милли кейемдәре коллекцияһын булдырған, Аҡъяр ауылында музей ойошторған, бик күп боронғо ауыҙ-тел ижадына икенсе һулыш өргән. Иң мөһиме, беҙҙең бөйөк эпосты һаҡлап алып ҡалған, тип ҡыуана Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға