21.02.2014 Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау
Оҙаҡ йылдар дауамында Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-диңгеҙ флоты көнө тип йөрөтөлгән был иҫтәлекле байрамдың башы 1918 йылдар ваҡиғаларына барып тоташа. 2006 йылға тиклем “Рәсәйҙең хәрби дан көндәре тураһында”ғы Федераль законда ошо көндөң аңлатмаһына “1918 йылда Ҡыҙыл Армияның Германия кайзер ғәскәрҙәрен еңеү көнө” тип тә яҙылған була. Ниңәлер РФ Дәүләт Думаһы депутаттары уны төшөрөп ҡалдыра.
Бөгөн 23 февралде илдә башлыса, әрмене хөрмәтләүҙән бигерәк, ир-егеттәр көнө итеп билдәләйҙәр. Әлбиттә, иң тәүҙә һалдаттар телгә алына. Өҫтәүенә, хәрби эшмәкәрлек алып барыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ҡотлайҙар. Белеүегеҙсә, был көн календарҙа “ҡыҙыл” төҫлө, тимәк, байрам. Йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәктәр һығымта яһауынса, Рәсәй халҡының 77 проценты (һорашыуҙарҙа ҡатнашҡан) өсөн 23 февраль – әһәмиәтле һәм мөһим дата.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк үткән көҙ аҙағында илһөйәрлек темаһына бәйле һорашыуҙар ойошторған. Белгестәр мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең 80 проценты үҙен патриот тип һанай икән. Улар, башлыса, ҙур булмаған ҡалаларҙа йәшәй. Шул 80 проценттың яртыһы тиерлек яуабын “әлбиттә!” тигән һүҙ менән әйткән. 12 проценты – “юҡ”, ике проценты “ҡырҡа юҡ” тигән.
Әгәр илдең дәүләт символдарын белеүҙе лә илһөйәрлеккә индерһәк, һорашыуҙар шуны күрһәткән: кешеләрҙең 70 проценты Рәсәй флагының төҫтәрен һәм уларҙың эҙмә-эҙлеклелеген дөрөҫ әйткән, гербта нимә төшөрөлөүен 86 проценты белгән, ә гимндың тәүге һүҙҙәрен 54 проценты әйтә алған. Сағыштырыу өсөн – 2004 йылғы күрһәткестәрҙе алайыҡ: Флагты белеүселәр – 56, Гербты – 83, Гимнды 19 процент булған.
Ватанды һаҡлаусылар көнө Украинала, Тажикстанда, Ҡырғыҙстанда, Белоруссияла, Көньяҡ Осетияла, Эстонияла, Әрмәнстанда, Приднестровьела ла билдәләнә. Әлбиттә, ҡайһы берҙәрендә был ғәҙәти эш көнө, әммә тантаналы саралар үтә, һәйкәлдәргә сәскә гөлләмәләре һалына. Бәғзеләрендә Хәрби ғәскәрҙәр көнө йә ир-егеттәр көнө тип кенә үҙгәртелһә лә, СССР осорондағы асылы – Ватанды һаҡлаусы һалдаттарға ихтирам, илһөйәрлекте үҫтереү тураһында телгә алынмай ҡалмай.
Ватанды һаҡлаусы көнөнә ҙур мәғәнә һалынған – Тыуған илеңде яратырға һәм һаҡларға. Һәм был көн Рәсәй үҫеше, уның Ҡораллы көстәренең ҡеүәте менән туранан-тура бәйле. Бөгөн ил армияһын тәнҡитләүселәр күп. Хеҙмәт итергә теләмәүселәр ҙә. Йәнәһе, армияла ваҡытыңды бушҡа үткәрәһең. Әммә егеттәр бер нәмәне онота кеүек – Ватанды һаҡлау бурысын әле берәү ҙә алмаштырмаған, ә әрме хеҙмәте тап шуны күҙ уңында тота ла.
Бөгөн патриотлыҡ тураһында күп һүҙ алып барыла башланы. Ил һаҡсыларының данлы юлы ла йыш иҫкә төшөрөлә. Төрлө илдәрҙә ҡораллы бәрелештәр булып торған осорҙа, Көнбайыштан даими рәүештә “тарҡат һәм өҫтөнлөк ит” тигән идеология “еле” иҫкәндә, Рәсәй армияһына иғтибар итмәү мөмкин дә түгел. Юҡҡамы ни бөгөн 23 февраль Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеүҙе пропагандалауҙы ла күҙ уңында тота.
Ир-егеттәргә арналған байрамдар донъяның байтаҡ илендә бар. Мәҫәлән, июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнөн АҠШ, Аргентина, Бөйөк Британия, Франиця, Венесуэла, Канада, Колумбия, Һиндостан, Мексика, Төркиә һ.б. тағы тиҫтәләгән ил билдәләй.
Бөтә донъя ир-ат көнө ноябрҙең беренсе шәмбеһендә билдәләнә. Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө лә ноябрҙә.
Әйткәндәй
СССР-ҙа үҫкән быуын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Советтар Союзы Геройҙары менән һоҡланып, уларҙан өлгө алып үҫһә, бөгөн дә өлгө алырҙай шәхестәребеҙ етерлек. Дәүләт һәм халыҡ алдында ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә Рәсәй Федерацияһы Геройы юғары наградаһы тапшырыла. Уға “Алтын йондоҙ” миҙалы бирелә.
Беренсе Рәсәй Геройы – авиация генерал-майоры, Липецк хәрби әҙерлек һәм осоусылар составын өйрәтеүсе үҙәк начальнигы Суламбәк Оксанов. 1992 йылда осош ваҡытында самолет ҡапыл боҙолғас, уны тораҡ пункт өҫтөнә төшөрмәй, үҙ ғүмере менән түләгән. Оксановҡа тәғәйен “Алтын йондоҙ” миҙалы уның тол ҡатынына тапшырыла. Шулай ҙа был миҙал икенсе була, сөнки етәкселек, беренсе Рәсәй Геройы тере булырға тейеш, тигән ҡарарға килә. “Алтын йондоҙ”ҙоң беренсеһе – летчик-космонавт Сергей Крикалевта. Ике юғары исем дә бер көндө тапшырыла.
2013 йылдың 26 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса Герой исемен 1006 кеше йөрөтә, шуларҙың 460-ына ул үлгәндән һуң бирелгән. Араларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, авиация техникаһын һынаусылар, терроризмға ҡаршы көрәштә айырым ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр, диңгеҙселәр, ҡотҡарыусылар, разведчиктар, конструкторҙар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, спортсылар, сәйәхәтселәр һ.б. бар.
«23 февраль һеҙҙең өсөн байраммы?» тигән һорау бирҙек гәзит уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға.
Земфира АҠБУТИНА, Ейәнсура районының Ибрай ауылы, уҡытыусы:
– Ватанды һаҡлаусылар көнө – минең өсөн байрам. Әрменең абруйы ла, әһәмиәте лә бар, тип иҫәпләйем. Унда хеҙмәт итеүселәргә бер тормош мәктәбе, һынау бит ул. Егеттәр үҙгәреп ҡайта, бармағандар “бешмәй” йөрөй. Халыҡ та уларҙы (әрмелә булмағандарҙы) мыҫҡыл итеп төрттөрөп кенә тора.
Йыл да байрам менән ҡотлап, бүләктәр алабыҙ. Ирем хеҙмәт иткән. Ике улыбыҙ бар. Әле әрме сафтарына алынырға йәштәре етмәгән. Уларҙы, һеҙ – буласаҡ hалдаттар, тип тәрбиәләйбеҙ.
Әнисә ШӘРИПОВА, Миәкә районының Миәкәтамаҡ ауылы, хаҡлы ялда, өс ул үҫтергән:
– Элегерәк был дата, ысынлап та, матур ғына итеп билдәләнә ине. Мәктәптәрҙә беҙҙең балалар “Зарница” уйынында ҡатнашты, “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы ойошторолдо. Бәләкәйерәктәр үҙ ҡулдары менән атай-ағайҙарына открыткалар, башҡа бүләктәр әҙерләй торғайны.
Өс улым да хеҙмәт итеп ҡайтты. Һалдатты әрменән ҡаршы алыу ҙа ҙур байрамға әүерелә ине. Хәҙер егеттәрҙең ҡасан китеп, ҡасан ҡайтҡанын белмәй ҡалаһың. Ни өсөн армияның абруйы ҡапыл төштө, беҙ аңламай ҙа ҡалдыҡ. Эйе, бөгөн ҡабаттан лайыҡлы итеп тергеҙеү бара. Тик балаларҙы хеҙмәткә ебәреү барыбер ҙә хәүефлерәк. “Ҡыҙыу нөктә”ләр күп кеүек.
Был байрамда улдарымды, ейәндәремде ҡотлайым. Ейәндәрҙең әрмегә бик барғыһы килмәй, тик аталары, егеттәр мотлаҡ хеҙмәт итергә тейеш, бараһығыҙ, тип әйтеп тора. Был көн ил кимәлендә иғтибар үҙәгендә булырлыҡ абруйлы байрамға әйләнһен ине.