«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һеҙҙең тормошта Интернет ниндәй роль уйнай?



21.08.2010 Һеҙҙең тормошта Интернет ниндәй роль уйнай?

Был юлы гәзит уҡыусыларға шундайыраҡ һорау менән мөрәжәғәт иттек. Яуап биреүселәрҙең күбеһе БР Президентының «Тере журнал»дағы блогы менән ҡыҙыҡһына, эше өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләп, интернет донъяһын айҡай, ә бәғзеләр компьютер уңайлыҡтары менән файҙаланыуҙан мәхрүм, берәүҙәр «ул дүрткел ҡумта менән уйнар йәш»тән үткән. Бихисап яуап араһынан ҡыҙыҡлыраҡтарын һайлап, һеҙҙең «хөкөм»гә тапшырабыҙ.

Ләйлә КӘРИМОВА, һатыусы, Өфө ҡалаһы, 33 йәш:
– Интернет шәп нәмә. Уның аша ниндәй генә мәғлүмәт алмайһың. Шулай ҙа виртуаль селтәрҙә әллә ни киң планда аралашып ултыра алмайым – ваҡыт яғы самалы. Телефондан, йә күрешеп һөйләшеүгә ни етә?! Ә бына Рөстәм Хәмитовтың блогына йыш ҡына инеп уҡыйым. Минеңсә, унда әле даими аралашыусылар барлыҡҡа килде. Уларҙың һаны бигүк күп түгелдер. Киләсәктә, бәлки, әҙәйер ҙә.

Руслан ҒАТАУЛЛИН, водитель, Нуриман районы, 40 йәш:
– Виртуаль аралашыу тиһегеҙме? Юҡ, юҡ, ҡыҙыҡһындырмай ҙа, мөмкинлегем дә юҡ. Ғөмүмән, ауылдарға әле компьютер саҡ етеп кенә килә. Кеше мул йәшәй башлаһа ла, интернетҡа һуңғы сиратта ғына тоташа, йә балаларына кәрәк булғанда. ҡалала ла йәштәр шуға текәлеп ултыра. Хәҙер бына, Президентыбыҙға эйәреп, министрҙар ҙа блог асты, тип яҙаһығыҙ, һәйбәт инде, үҙҙәренең эштәре менән таныштырып торғас. Тик беҙҙең кеүектәргә барып етмәүе йәл. 20 – 30 йылдан ғына интернет һәр кемгә, урыҫ әйтмешләй, «доступен» булһа ярай ҙа.

Риф ШӘРИПОВ, эшҡыуар, Нефтекама ҡалаһы, 23 йәш:
– Замандан артта ҡалырға ярамай, тигән принцип менән йәшәйем. Бының менән аңлашыла торғандыр – интернет минең өсөн бик мөһим. XXI быуатта виртуаль донъяла ла аралашмағас! Ә шулай ҙа ауыл ерендә мөмкинлек сикле. Халыҡтың һәр минуты ҡәҙерле унда. Мин аҙна һайын ҡайтып йөрөйөм, ете ҡат тиремде түгеп, туғандарыма ярҙамлашып китәм. Көн һайын, яңы технологиялар, миллиондарса аҡса, электрон донъя, тип һөйләп, ябай кешеләрҙең йәнен генә көйҙөрмәйбеҙме икән?

Асия инәй, Салауат ҡалаһы:
– Ейәндәрем аша шул интернетта нимә яҙыла, барыһын да белеп торам. Яңылыҡтар оҡшай. Рөстәм Зәки улының көндәлегендә нимәләр яҙылғанын да һөйләйҙәр. Тик бер нәмә борсой: теләһә нимә бигерәк күп сел­тәрҙә. Беҙҙең милләткә, республикаға ҡара яғыусылар ҙа шаша, үткән йылдарҙы яманлап маташалар. Нисек булһа ла йәшәнек, зарланыу – көсһөҙҙәр эше. Киләсәктең ниндәй булырын берәү ҙә белмәй әле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға