«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәк үҫешәсәк



07.02.2014 Төбәк үҫешәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 – 2015 йылдарҙа Көньяҡ Урал зонаһын үҫтереү программаһын бойомға ашырыу буйынса быйылға тәғәйенләнгән саралар планы раҫланды.

Ятҡылыҡтарҙы табыу, байыҡтырыу сәнәғәтенең ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә 2,38 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Был – урындағы предприятиеларҙың үҙҙәренең һәм бурыс­ҡа алған средстволары. Аҡса Хәйбулла районында төҙөлә башлаған байыҡтырыу фабрикаһына, Диргәмеш асыҡ руднигын төҙөүгә лә бүленә. Арыу ғына сумма Вигневский ятҡылығын эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының мәғдән базаһына 740,2 миллион һум инвестиция һалыу күҙаллана. Ҡамаған ятҡылығына – 164,2 миллион һум. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ла үҙ запастарын асыу буйынса эшләйәсәк.
Ауыл хужалығы тармағына килгәндә, быйыл Көньяҡ Урал зонаһы райондарына ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Сумманың ҙур өлөшө урындағы предприятие­лар­ҙыҡы булһа, республика ҡаҙнаһынан 264,28 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ был төбәктә һуғарыу системаларын яйға һалыу эштәре әүҙемләштереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға