07.02.2014 Экстремизмға өндәгән өсөн – 300 000 һум
Ил башлығы Владимир Путин сираттағы мөһим законға ҡул ҡуйҙы. Ул экстремизмға бәйле енәйәттәргә ҡағыла. Документҡа ярашлы, “Күп халыҡ алдында экстремизмға өндәү” статьяһы буйынса яза 300 мең һумғаса штраф менән билдәләнгән. Өҫтәүенә, “рәшәткә артына” дүрт йылға тиклем ебәреү ҡаралған (элек өс йыл булған).
“Енәйәт ҡылырлыҡ күрә алмаусылыҡ йә дошманлыҡ тыуҙырыу йәки кешене кәмһетеү” (“Возбуждение уголовной ненависти или вражды либо унижение человеческого достоинства”) статьяһы буйынса мәжбүри эштәр ваҡыты ике йылдан дүрт йылғаса арттырылған, штраф күләме лә 300 мең һумға тиклем үҫкән. экстремистик берләшмә ойошторған өсөн штраф 200 меңдән 500 мең һумғаса, мәжбүри эштәр – биш йыл һәм алты йыл төрмә. Был ойошмала тороу ҙа ҡаты язалана – дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
“Новая газета” сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.